Unlock a World of Free Content: Books, Music, Videos & More Await!

Башҡортостан ҡыҙы

Description
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Advertising
We recommend to visit

Алкеев Шыңғыстың авторлық ютуб арнасының телеграм арнасы

Сұрақтар мен ұсыныстар бойынша:
abaibolkz@gmail.com

📹 Youtube: https://www.youtube.com/abaibol
📲Instagram: https://instagram.com/shyngys.kz

www.shyngys.kz
www.abaibol.kz

Last updated 1 month ago

`` @pricesovmmsri

Last updated 1 month, 3 weeks ago

Реклама ушын 👉 @UyjayAdmin ге жазың.

Көшпес мүлк саўдасы бойынша барлық дағазаларды усы телеграм каналдан көрип барсаңыз болады.

Каналға үй-жай дағаза бериў
https://t.me/c/1174744733/2142👈 шәртлери

Last updated 3 weeks, 6 days ago

2 weeks, 2 days ago
***🌿*** Иң өлгөр еләк

🌿 Иң өлгөр еләк

Айыу баланы – баҡсала иң иртә өлгөргән емештәрҙең береһе, ҡайһы бер сорттары июнь башында уҡ, хатта еләктән дә алда бешә. Наҙлы, татлы, шул уҡ ваҡытта әскелтемерәк еләк бик файҙалы, ул С витаминына, органик кислоталарға, С, В төркөмө витаминдарына, Р-әүҙем матдәләргә, фолий кислотаһына, микроэлементтарға бай. Организмдың ҡартайыуын тотҡарлай торған «йәшлек гены» барлығын да билдәләйҙәр.

📍 Гөлшат Ҡунафина мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/sh-p-ba-sa/2024-04-26/i-lg-r-el-k-3744078

2 weeks, 3 days ago
2 weeks, 4 days ago

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты бергәләп яҙайыҡ!

📆 Белем биреү акцияһы 27 апрелдән 29-ына тиклем ойошторола. Диктант тексын дикторҙар «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында тура эфирҙа 27 апрелдә 11:00 сәғәттә уҡый башлай.

2024 йылда ойоштороусылар текстарҙың тематикаһын илһөйәрлеккә, йәштәр тормошона һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышлаған. Диктант яҙыу өс йүнәлештә ойошторола.

🕚 11:00 сәғәттән 11:25 тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
🕦 11:30 сәғәттән 12:00 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
🕛 12:05 сәғәттән 12:30 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

✍🏻 https://lkbash.ru һылтанмаһы буйынса акцияла ҡатнашыусы тейешле офлайн-майҙансыҡты һайлай ала. Шулай уҡ һәр кем диктантты үҙ аллы онлайн да яҙырға мөмкин. Тура эфир видеоһы https://bashdictant.ru/ сайтында урынлаштырыласаҡ.

Диктант тексын фотоға төшөрөргә (скан аша үткәрергә) һәм 29 апрелдең 23:59 сәғ. тиклем электрон почтаға: bashdictant2024@mail.ru йәки телеграм-ботҡа: https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.

Акцияға йомғаҡ 30 көн дауамында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың рәсми сайтында яһаласаҡ. Ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йәки телеграм-бот аша ебәрелә.

Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы. Барығыҙға ла уңыштар!

#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2024
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам

bashdictant.ru

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

Международный диктант по башкирскому языку-2024

2 months, 2 weeks ago
***💞*** Асылы – аҫыл заттан

💞 Асылы – аҫыл заттан

Күбәләктәй нәфис кәүҙәле, тауышынан сылтыр шишмә моңо яңғыраған, бар әйләнә-тирәне үҙенең илаһи ҡөҙрәте менән нурға сорнаған Роза Хөснуллинаның күңел донъяһы бай, йәшәйеше һоҡланғыс! Башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ теләге, белдеге менән өйрәнгән һылыуҙың иҫ киткес биҙәкле сопрано тауышы, күҙ яуын алырҙай рәсемдәре, оҫта бейеүе, ғәжәйеп маһир һүҙ оҫтаһы булыуы уны кеше күңеленә илһам, рух бирер өсөн яратылған талантлы шәхес итеп балҡыта.

📍 Айзилә Мортаева мәҡәләһен сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/-n-rene-o-ta-y/2024-02-22/asyly-a-yl-zattan-3654911

2 months, 2 weeks ago
***🌙*** Ауыр саҡта нимә эшләргә?

🌙 Ауыр саҡта нимә эшләргә?

Һәр кемдең тормошонда бәлә-ҡаза килгән, ҡайғы-хәсрәт баҫҡан, башҡа төрлө аяныслы саҡтар була. Шул ваҡытта яңғыҙ үрһәләнеп, янып-көйөп, кемдән кәңәш һорарға ла белмәй, әсе күңел ғазаптарын кисерергә тура килә.

📍 Тулыраҡ сайтта: https://bashkizi.ru/articles/alla-b-r-k-te/2024-02-22/auyr-sa-ta-nim-eshl-rg-3654868

2 months, 3 weeks ago
Өндәшмәү нәҙере йәки ҡатын-ҡыҙға нисек көс …

Өндәшмәү нәҙере йәки ҡатын-ҡыҙға нисек көс тупларға

Йыш ҡына әхирәттәрҙең: «Хәлем юҡ, бер нәмәгә лә күңелем төшмәй, ниәтлә­гән эштәремә тотона алмай тик йөрө­йөм», – тип зарланғанын ишетергә тура килә. Ҙур тиҙлекле һәм ҡаңғырыҡ заманда йәшәүебеҙҙең касафаты был. Үҙ-үҙебеҙҙе нығыта, ярата, тәрбиәләй белмәүебеҙҙән дә килә. Ҡатын-ҡыҙ энергияһын әүҙемләштереүсе ысулдарҙы ҡулланмауыбыҙ – өләсәйҙәребеҙ өйрәткән нәмәләрҙе онотоуыбыҙҙан, уларҙың ҡөҙрәтен аңлап етмәүҙән. «Үҙеңде яратырға, маҡтарға һәм ҡәҙер­ләргә кәрәк, шундай яуаплы эште баш­ҡаларға тапшырып ҡуйырға яраймы ни»,– тигән бит Марк Фрай.

https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-06-26/nd-shm-n-ere-y-ki-atyn-y-a-nisek-k-s-tuplar-a-2394205

2 months, 3 weeks ago
Мөхәббәт мәңгелек!

Мөхәббәт мәңгелек!

Рәми – күңелдәрҙә, Рәми – йөрәк тибешендә. Уға булған мөхәббәт һүнмәҫ-һүрелмәҫ, сөнки уның халҡына булған һөйөүе, ярһыу хистәре быуаттарға күскән. Шиғырҙары менән ул үҙенә үлемһеҙлек яулаған. Уға ҡағылышлы һәр бер иҫтәлек ҡәҙерле.
Гөлназ Ҡотоева.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2022-02-12/m-h-bb-t-m-gelek-2689213

2 months, 3 weeks ago

"Кеше булып йәшәү өсөн, кеше кешегә кәрәк!.."

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, журналист һәм талантлы шағирә Гөлназ Ҡотоеваның “Кеше булып йәшәү өсөн кешегә кеше кәрәк!” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисәһе үтте.

https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2024-02-15/keshe-bulyp-y-sh-s-n-keshe-kesheg-k-r-k-3644594

bashkizi.ru

"Кеше булып йәшәү өсөн, кеше кешегә кәрәк!.."

14 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди  исемендәге Милли китапханала  «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, журналист…

"Кеше булып йәшәү өсөн, кеше кешегә кәрәк!.."
3 months ago
Хөрмәтле коллегалар! 14 февралдә, 11.00 сәғәттә …

Хөрмәтле коллегалар! 14 февралдә, 11.00 сәғәттә Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ҡәләмдәшебеҙ Гөлназ Ҡотоеваның ижадына арналған әҙәби ҡунаҡханаға рәхим итегеҙ!

We recommend to visit

Алкеев Шыңғыстың авторлық ютуб арнасының телеграм арнасы

Сұрақтар мен ұсыныстар бойынша:
abaibolkz@gmail.com

📹 Youtube: https://www.youtube.com/abaibol
📲Instagram: https://instagram.com/shyngys.kz

www.shyngys.kz
www.abaibol.kz

Last updated 1 month ago

`` @pricesovmmsri

Last updated 1 month, 3 weeks ago

Реклама ушын 👉 @UyjayAdmin ге жазың.

Көшпес мүлк саўдасы бойынша барлық дағазаларды усы телеграм каналдан көрип барсаңыз болады.

Каналға үй-жай дағаза бериў
https://t.me/c/1174744733/2142👈 шәртлери

Last updated 3 weeks, 6 days ago