Dive into the Ultimate Free Library: Your One-Stop Hub for Entertainment!

Аңлатабыҙ. Башҡортостан

Description
Advertising
We recommend to visit

Last updated 1 week, 1 day ago

Официальный Telegram-канал Министерства науки и высшего образования РК

Last updated 1 week, 2 days ago

ҰЗТАЗ ЕРЛАН АҚАТАЕВ....
✅Құран тәпсірі: @kuran_mugzhiza_tapsir

✅Сира дәріс: @erlan_akataev_sira

Last updated 1 week ago

1 month ago

Йортоғоҙҙо һыу баҫыуы ихтимал икән, урамдағы әйберҙәрегеҙҙе нығытып ҡуйығыҙ, электр утын һәм газды һүндерегеҙ. Документтарығыҙҙы өйҙәге бейегерәк урынға урынлаштырығыҙ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы тарафынан һыу баҫыу һөҙөмтәһендә тирә-яҡ менән бәйләнеше өҙөлгән тораҡ пункттарҙа йәшәгән кешеләр менән ниндәй профилактик эштәр башҡарылыуы хаҡында ведомство начальнигының беренсе урынбаҫары Эдуард Иҙрисов «Башҡортостанда ташҡын» брифингында һөйләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

Брифингтың тулы яҙмаһын ошонда ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 month ago

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында ташҡын осоронда ваҡытлыса йәшәү өсөн 276 пункт ойошторолдо. Кәрәк булғанда уларҙа 37 меңгә тиклем кешене урынлаштырырға мөмкин. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов «Башҡортостанда ташҡын» брифингында ошо хаҡта һөйләне.

Түбәндәге һылтанма буйынса пункттарҙың ҡайҙа урынлашыуы хаҡындағы мәғлүмәт менән «Ташҡын 2.0» системаһы аша танышырға мөмкин. Пункттарҙа һыу һәм аҙыҡ-түлек запасы, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм оло йәштәгеләр өсөн бүлмәләр бар. Кәрәк булған осраҡта һәр пунктта медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәлгә осрағанда 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ.

Брифингтың тулы яҙмаһын ошонда ҡарағыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 month ago

🟢 Әле үк ҡарағыҙ! Тура эфирҙа — «Башҡортостанда ташҡын» брифингы.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

https://vk.com/wall-201146046_123827

VK

ЦУР Башкортостан. Запись со стены.

Паводок в Башкортостане: брифинг в прямом эфире В республику приходит большая вода. <br... Смотрите полностью ВКонтакте.

1 month, 1 week ago
***🙅*** Әгәр күп фатирлы йорт хужалары …

🙅 Әгәр күп фатирлы йорт хужалары идара итеүсе компанияның отчетын ҡабул итмәһә, нимә була? — Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

1️⃣ Ҡайһы бер милекселәр отчет буйынса аңлатмалар йәки өҫтәмә документтар талап итергә мөмкин. Идара итеүсе компания өсөн был өҫтәмә ваҡыт һәм ресурс сығымдары талап итә.

2️⃣ Милекселәр идара итеүсе компания эшенән ҡәнәғәт булмаҫҡа һәм уны икенсегә алмаштырыу фекере менән сығыш яһарға мөмкин. Бының судҡа тиклем барып етеүе һәм ике яҡ өсөн дә сығымдарға килтереүе ихтимал.

Идара итеүсе компания, әгәр килешеүҙә башҡа срок ҡаралмаһа, уҙған йыл өсөн идара итеү килешеүен үтәү тураһында отчет бирергә тейеш. Шулай уҡ уны Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәттәр системаһында урынлаштырырға кәрәк.

📌 Килеп тыуған хәлдән сығыу юлы — күп фатирлы йортҡа идара итеү килешеүендә биреләсәк отчет формаһын раҫлау. Быны баштан уҡ яҙып ҡуйыу хәйерле.

Милекселәр һәм идара итеүсе компания күп фатирлы йорттоң бина хужаларының дөйөм йыйылышы ҡарары нигеҙендә генә килешеүгә үҙгәрештәр индерергә хоҡуҡлы.

Шулай уҡ уҡығыҙ:

▫️ Идара итеүсе ойошма менән килешеү ниндәй ваҡытҡа төҙөлә?

▫️ Милекселәрҙең ситтән тороп тауыш биреүен нисек ойошторорға?

▫️ Идара итеүсе компанияға ҡарата нисек ялыу бирергә?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 month, 1 week ago
***💼*** Ата-әсәләр, балаларын беренсе класҡа алыуҙы …

💼 Ата-әсәләр, балаларын беренсе класҡа алыуҙы һорап, ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре аша алдан бирә ала. Сервис менән күрһәтелгән һылтанма буйынса файҙаланырға мөмкин.

Башҡортостан мәктәптәрендә ҡабул итеү кампанияһы 2024 йылдың 1 апрелендә башлана.

✏️ Һеҙҙең ғаризағыҙҙың өлгөһө шәхси кабинетта һаҡланасаҡ, ә портал мәктәпкә яҙылыуҙың башланыуы хаҡында иҫкә төшөрәсәк – һеҙгә «Ғаризаны ебәреү» төймәһенә баҫырға ғына ҡала.

Мәктәп директоры ғаризалар ҡабул итеү тамамланғандан һуң 3 эш көнө дауамында, йәғни 2024 йылдың 30 июненән һуң, ташламалы, шулай уҡ беркетелгән биләмәлә йәшәгән балаларҙы уҡырға ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығара.

❗️ Ҡабул итеү мөмкинлеге тураһындағы белдереү Дәүләт хеҙмәттәрендәге шәхси кабинетҡа килә.

Шулай уҡ түбәндәгеләр тураһында уҡығыҙ:

▫️ Балалар лагерында нисек вожатый булырға?

▫️ Балаларҙың мәктәптәге туҡланыуын нисек тикшерергә?

▫️ Мәктәп тамамлағанда алтын һәм көмөш миҙалды кемдәр алырға мөмкин?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 month, 1 week ago
Алдағы яҙмала [Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау …

Алдағы яҙмала Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре менән донор булыу тураһында һөйләштек. Хәҙер ҡан тапшырыу процедураһының нисек үтеүен аңлатабыҙ.

📱 Процедураға барыр алдынан ҡан биреү хеҙмәтенең мобиль ҡушымтаһын күсереп алығыҙ:
- Google Play
- App Store
- AppGallery

Күсереп алғандан һуң Республика ҡан биреү станцияһы регистратураһында йәки бер тапҡыр ҡан биргәндән һуң күсмә бригада белгестәренән ҡан биреү өсөн код алырға кәрәк. Кодты ҡушымта аша теркәлгәндә индерергә. Ул 24 сәғәт эсендә эшләй башларға тейеш. Әгәр 24 сәғәттән ашыу ваҡыт үтеп тә код эшләп китмәй икән, ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ: info@yadonor.ru.

Ҡан биреү процедураһы:

1️⃣ Регистратура

Донор паспорт һәм СНИЛС документын күрһәтә. Белгес мәғлүмәт базаларындағы мәғлүмәттәрҙе тикшерә, карта аса һәм донорға һаулыҡ торошо, йәшәү рәүеше хаҡында анкета тултырырға ҡуша.

2️⃣ Табип-трансфузиологта ҡаралыу

Табип донорҙы тикшерә һәм анкетаны өйрәнә. Донорҙы процедураға индереү тураһындағы һуңғы ҡарарҙы ул ҡабул итә. Медицина яғынан сикләү булһа, табип уның сәбәбен аңлата һәм ваҡытын билдәләй.

3️⃣ Бармаҡтан экспресс ҡан анализы алыу лабораторияһы

Гемоглобин кимәлен, ҡан төркөмөн һәм өҫтәмә параметрҙарын асыҡлау өсөн донорҙы тикшерәләр. Кешенең был көндө донор була алыу-алмауы тикшереү һөҙөмтәләренә бәйле.

4️⃣ Ҡан биргәнгә тиклем ял итеү

Ҡан тапшырыр алдынан донорға ял итергә кәрәк. Организмда шыйыҡса балансын һаҡлап ҡалыу өсөн уға татлы сәй һәм һыу тәҡдим итәләр.

5️⃣ Ҡан биреү

Процедура донор өсөн уңайлы шарттарҙа үтә. Ҡанды стерилләнгән, ябыҡ, бер тапҡыр ҡулланыла торған махсус системаларға алалар.

6️⃣ Аҙыҡ түлек компенсацияһы һәм ял көндәре

Донорҙар өсөн ташламалар тураһында ошонда уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 month, 2 weeks ago

🔑 Әгәр фатир йәки йорт һатып алғанһығыҙ икән, мөлкәт ҡайтармаһы иҫәбенә уның хаҡынан 260 мең һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтара алаһығыҙ. 2024 йылда ҡайтарма иҫәпләүҙең иң юғары күләме 2 миллион һум тәшкил итә.

Шулай уҡ ипотекаға торлаҡ һатып алған кешеләргә түләнгән процент өсөн 3 миллион һумдан һалым ҡайтармаһы ҡаралған.

🤝 Милек хоҡуғын теркәгәндән һуң рәсми рәүештә эшләгән һәм һалым түләгән граждандар теләһә ҡайһы ваҡытта түбәндә күрһәтелгән бер нисә ысул менән һалым ҡайтармаһы алырға мөмкин.

1️⃣ Эш биреүсе аша. Ҡайтарма алырға хоҡуғығыҙ булыуын раҫлап, һалым инспекцияһына ғариза яҙырға кәрәк. 30 көн эсендә һеҙ һәм эш биреүсегеҙ белдереү аласаҡ. Һуңынан эш урынында ҡайтарма биреүҙәрен һорап ғариза яҙығыҙ. Компания һеҙҙең эш хаҡынан белдереүҙә күрһәтелгән сумма сиктәрендә һалым тотоп ҡалмаясаҡ.

2️⃣ Федераль һалым хеҙмәте аша. Һеҙгә 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тултырырға һәм кәрәкле документтарҙы беркетергә кәрәк. Декларацияны торлаҡҡа милек хоҡуғы теркәлгән йыл тамамланғандан һуң бирергә мөмкин.

Әгәр һеҙҙең банк Федераль һалым хеҙмәте менән мәғлүмәт алмашыу системаһына тоташтырылһа, милек ташламаһын йыл аҙағында ябайлаштырылған тәртиптә алырға мөмкин. Декларацияны 3-НДФЛ формаһы буйынса тултырырға кәрәкмәйәсәк.

Федераль һалым хеҙмәте 20 марттан да һуңға ҡалмайынса шәхси кабинетығыҙға һалым ташламаһына алдан тултырылған ғариза ебәрә. Уны тикшерергә һәм шәхси кабинетта бушлай алыу мөмкин булған электрон ҡултамға менән раҫларға кәрәк булыр.

📂 Һеҙгә ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:

- фатир һатып алыу, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу тураһында килешеү һәм ҡабул итеү-тапшырыу акты;

- Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан өҙөмтә;

- чектар, квитанциялар, түләү йөкләмәләре, һатыусынан распискалар;

- әгәр ирегеҙҙең йә ҡатынығыҙҙың йәки балағыҙҙың өлөшө өсөн дә түләнһә, никах һәм бала тыуыу тураһында таныҡлыҡтар;

- ипотека килешеүе, уны ҡаплау графигы һәм банктан процент түләү тураһында белешмә.

Милек ҡайтармаһы менән бер нисә фатир һатып алғанда файҙаланырға мөмкин. Иң мөһиме, дөйөм сумма 260 мең һумдан артмаһын. Ипотека буйынса түләнгән процент өсөн 390 мең һум күләмендә ҡайтарма бер милек объекты буйынса ғына бирелә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 month, 2 weeks ago
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
1 month, 2 weeks ago
***🗂*** Йортто капиталь ремонтлағанда төҙөлөш-монтаж эштәрен …

🗂 Йортто капиталь ремонтлағанда төҙөлөш-монтаж эштәрен башҡарыуға проект-смета документацияһы нимә ул һәм ул ни өсөн кәрәк? Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата.

Бындай проекттар капиталь ремонт тамамланғандан һуң йорттоң ниндәй буласағын һәм нисек эшләйәсәген билдәләүсе ентекле план булып тора. Уларҙы махсус ойошмалар эшләй.

Бындай документтар ни өсөн кәрәк:

Талаптарҙы билдәләй. Унда капиталь ремонт барышында башҡарылырға тейеш бөтә нескәлектәр билдәләнә. Был архитектура һәм инженер талаптарынан башлап материал һәм ҡорамалдарға тиклем бөтә нәмәне үҙ эсенә ала.

Бюджет менән идара итә. Бюджеттың артыҡ сығымдарын булдырмаҫҡа ярҙамлаша һәм сығымдарҙы анығыраҡ планлаштырыуҙы тәьмин итә.

Проект-смета документацияһына бөтә хәүефһеҙлек саралары индерелгән. Был һаҡланыу ҡорамалдарын ҡулланыу, хәүефһеҙлек техникаһы ҡағиҙәләрен үтәү һәм хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итеү булыуы мөмкин.

Документтар капиталь ремонт эштәрен юғары сифатта башҡарып сығырға ярҙам итә. Улар үтәлергә тейешле стандарттарҙы билдәләй һәм эштең һәр этабында сифатты контролдә тотоуҙы үҙ эсенә ала.

Хәүефле осраҡтар менән идара итә. Потенциаль хәүефте билдәләй һәм уны булдырмау йәки кәметеү маҡсатында эш планы төҙөй.

Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ:

▫️ Күп фатирлы йорт иҫәбендә капиталь ремонтҡа аҡса етмәһә, нимә эшләргә?

▫️ Капиталь ремонт өсөн түләнгән сығымға компенсацияны нисек юлларға?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 month, 3 weeks ago
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
We recommend to visit

Last updated 1 week, 1 day ago

Официальный Telegram-канал Министерства науки и высшего образования РК

Last updated 1 week, 2 days ago

ҰЗТАЗ ЕРЛАН АҚАТАЕВ....
✅Құран тәпсірі: @kuran_mugzhiza_tapsir

✅Сира дәріс: @erlan_akataev_sira

Last updated 1 week ago