Аңлатабыҙ. Башҡортостан

Description
We recommend to visit

Last updated 2 Wochen, 1 Tag her

Официальный Telegram-канал Министерства науки и высшего образования РК

Last updated 1 Monat, 1 Woche her

Арнада саясат, экономика, соғыс, кризистер туралы талқы мен соңғы ақпараттар салынады.

Last updated 2 Monate, 2 Wochen her

1 Monat, 1 Woche her
***🅿️*** Автомобилде ихатаның теләгән бер урынында …

🅿️ Автомобилде ихатаның теләгән бер урынында ҡалдырырға ярамай, сөнки авария-ҡотҡарыу һәм коммуналь хеҙмәттәргә ирекле инеү юлы ҡалдырыу мотлаҡ. Шулай уҡ автомобилдәр йәйәүлеләргә ҡамасауламаҫҡа тейеш.

📍 Ихатала автомобиль ҡуйыу тыйылған урындар:

- йәйәүлеләр үткәүеленең тирә-яғы;
- сүп-сар өсөн контейнер майҙансыҡтары;
- газондар һәм йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдар, тротуарҙар;
- балалар һәм спорт майҙансыҡтары;
- янғын һүндереү гидранттары өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡтар.

Сүп-сар контейнерҙарына үтеү юлын ҡаплаған йәки автомобилен йәшел үләнле урында ҡалдырған ҡағиҙә боҙоусыларға административ яза – штраф ҡаралған. Уның күләме ҡағиҙә боҙған кешегә һәм был осраҡтың нисә тапҡыр ҡабатланыуына ҡарап үҙгәрә:

- граждандар өсөн – 1 меңдән 2 мең һумға тиклем (ҡабатлап ҡағиҙә боҙған осраҡта – 3-4 мең һум);
- вазифалы кешеләр өсөн – 5 меңдән 10 мең һумға тиклем (ҡабатлап ҡағиҙә боҙған осраҡта – 15-20 мең һум);
- юридик шәхестәр өсөн – 20 меңдән 30 мең һумға тиклем (ҡабатлап ҡағиҙә боҙған осраҡта – 35-50 мең һум).

Шулай уҡ Башҡортостандың һәр муниципалитетында дөйөм ҡулланылыштағы биләмәләрҙә күсмә әйберҙәрҙе урынлаштырыуҙың үҙ ҡағиҙәһе бар. Уларҙы боҙған өсөн дә штраф һалына:

- граждандар өсөн – 500 һумдан 2 мең һумға тиклем;
- вазифалы кешеләр өсөн – 3 меңдән 8 мең һумға тиклем;
- юридик шәхестәр өсөн – 10 меңдән 15 мең һумға тиклем.

📱 Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын күрһәгеҙ, чат-ботҡа хәбәр ебәрә алаһығыҙ. Шул хаҡтағы яҙмабыҙ ошонда.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 Monat, 1 Woche her
Банк картаһы тапһағыҙ, нимә эшләргә, нисек …

Банк картаһы тапһағыҙ, нимә эшләргә, нисек БДИ тапшырыу тураһында ғариза бирергә һәм Башҡортостанда студенттар өсөн ниндәй ярҙам саралары бар? Ошоларҙың барыһы тураһында – беҙҙең яҙмалар тупланмаһында.

💳 Сит кешенең банк картаһы: картаны нимә эшләтергә

🤝 Башҡортостан халҡы Ҡара диңгеҙ буйындағыларға нисек ярҙам итә ала

🚰 Үҙ бизнесыңды инженерлыҡ селтәрҙәренә нисек тоташтырырға

💊 Баланы дарыуҙар менән ағыуланыуҙан нисек һаҡларға

💼 Мутлашыусылар үҙҙәрен нисек эш биреүсе тип таныта

📸 Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта Күп функциялы үҙәк офистарында документ өсөн фотоға төшөргә мөмкин

✏️ Нисек БДИ тапшырыу тураһында ғариза бирергә

👵 Шәхси пенсия коэффициентын туғаныңа бүләк итеп буламы

💸 Хеҙмәт стажына, эш осоронан тыш, тағы нимәләр инә

🎓 Башҡортостанда студенттарға ярҙам саралары

💰 Мутлашыусыларҙың схемалары тураһында яҙмалар тупланмаһы

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 Monat, 1 Woche her
***💳*** Мутлашыусылар һеҙҙән аҡса алыр өсөн …

💳 Мутлашыусылар һеҙҙән аҡса алыр өсөн көн һайын яңы схемалар уйлап таба. Уларҙы нисек танырға һәм уларҙан нисек һаҡланырға – беҙҙең яҙмалар тупланмаһы ошо хаҡта.

🔵 Енәйәтселәр үҙҙәрен түбәндәге белгестәр тип танытырға мөмкин:

- эш биреүсе;

- Рәсәй Банкы инкассаторҙары;

- коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре;

- газ хеҙмәте белгестәре;

- тауар ташыу хеҙмәте вәкилдәре.

⚪️ Мутлашыусылар түбәндәгесә эш итә:

- онлайн-танышыу сервистары аша;

- банк картағыҙҙы һатыуығыҙҙы һорай;

- онлайн-реклама урынлаштырыу сервистарын файҙалана;

- бүләк вәғәҙә итеп, Telegram-дағы аккаунтығыҙҙы ватып инә;

- юл-транспорт ваҡиғаһы ойоштора;

- балаларҙы мессенджерҙарҙа шантажлай.

🔵 Мутлашыусыларҙан:

- шәхси мәғлүмәттәрҙе нисек һаҡларға;

- банк ҡушымталарын нисек һаҡларға.

🛡 Нисек мутлашыусылар ҡорбаны булмаҫҡа – ошонда уҡығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 Monat, 2 Wochen her
***?*** Яҡшы вакансияға тап булдығыҙ, ти, …

? Яҡшы вакансияға тап булдығыҙ, ти, ҙур компания, хатта Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәр эҙләй. Мөрәжәт итеүегеҙ була – шунда уҡ һеҙгә анкета ебәрәләр.

❗️ Ышанмағыҙ – был мутлашыусыларҙың тоҙағы. Уларға анкета һеҙҙең турала мәғлүмәт алыу өсөн кәрәк. Артабан һеҙҙе һәр саҡ дистанцион ойошторолған әңгәмәгә «саҡырасаҡтар». Ул ысынбарлыҡҡа оҡшаш: мутлашыусылар һеҙҙең һөнәри тәжрибәгеҙ һәм һәләтегеҙ тураһында һораша, «үҙҙәренең компанияһы» тураһында һөйләй. Барыһы ла һеҙҙе ышандырыу өсөн эшләнә.

Әңгәмә аҙағында улар һеҙҙе эшкә алырға әҙер булыуҙарын белдерә. Һәм аҡса күсереүегеҙҙе һорай, йәнәһе, уҡыу, махсус кейем, медицина тикшереүе өсөн түләргә йәки эш хаҡы алырға теләгән банк картаһының актуаллеген раҫларға кәрәк. Аҡса күсереүегеҙ була, мутлашыусылар юҡҡа сыға.

Мутлашыусыларҙы нисек танырға:

- һеҙҙән банк мәғлүмәттәрегеҙҙе йәки финанс документтарығыҙҙы һорайҙар;
- нимәлер өсөн түләргә ҡушалар;
- офлайн әңгәмә үткәрергә теләмәйҙәр.

?Эшкә урынлашҡанда аҡса һораһалар, ризалашмағыҙ. Рәсми сайттарында күрһәтелгән телефон буйынса компанияға шылтыратып, кадрҙар бүлеге номерын
асыҡлағыҙ. Шулай итеп, һеҙ бындай вакансияның бармы-юҡмы икәнлеген тикшерә алаһығыҙ.

Шулай уҡ мөрәжәғәт ебәрелгән адресҡа иғтибар итергә кәрәк. Кадрҙар бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ғәҙәттә, корпоратив электрон почта файҙалана, унда @ символынан һуң компания исеме күрһәтелә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 Monat, 2 Wochen her
***?*** Бәләкәй балаларығыҙ булһа, өйҙәге дарыу …

? Бәләкәй балаларығыҙ булһа, өйҙәге дарыу ҡумтаһын күренә торған урында һаҡларға ярамай, юғиһә уларҙың дарыу ашап, ағыуланыуы ихтимал.

Баланы дарыуҙар менән ағыуланыуҙан һаҡлау өсөн тағы нимә белергә кәрәк? "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.

▫️ Дарыуҙарҙы баланың буйы етмәгән урында һаҡлағыҙ. Уларҙы мөмкин тиклем юғарыраҡ ҡуйығыҙ йәки биге булған йәшниктә һәм шкафта тотоғоҙ.

▫️ Дарыуҙарҙы икенсе һауытҡа күсереп һалмағыҙ – завод төргәгендә һаҡлағыҙ.

▫️ Балаға өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән дарыу бирмәгеҙ – миҡдарын дөрөҫ иҫәпләмәүегеҙ ихтимал.

▫️ Ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан дарыуҙарҙы сүп-сар биҙрәһенә ташламағыҙ –балаларҙы сағыу һәм ялтырауыҡлы төргәк ҡыҙыҡһындырыуы бар.

▫️ Дарыуҙарҙы кәнфит йәки витамин тип атамағыҙ – был балаларҙың препараттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ.

▫️ Өлкәнерәк балаларға дарыуҙы үҙаллы эсергә ярамауын аңлатығыҙ. Дарыуҙарҙы врач күҙәтеүенән тыш ҡабул итеүҙең ниндәй һөҙөмтәгә килтереүе тураһында аңлатығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

1 Monat, 2 Wochen her
***⚡️*** Үҙ бизнесыңды инженерлыҡ селтәрҙәренә нисек …

⚡️ Үҙ бизнесыңды инженерлыҡ селтәрҙәренә нисек тоташтырырға? Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата.

Тулы күрһәтмәләр республиканың Инвестициялар порталында бар. Унда ғариза биреү тәртибе, тейешле документтар исемлеге һәм тоташтырыу хаҡын иҫәпләп сығарыу ысулы бирелгән.

? Күрһәтмәләрҙә шулай уҡ документтарҙы рәсмиләштереү, мәҫәлән, техник шарттар алыу тәртибе тураһында мәғлүмәт бар.

Ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошма менән килешеүҙең электрон төрөн «Һанлы милек һәм төҙөлөш» суперсервисының «Тормоштағы осраҡтар» бүлегендә төҙөргә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башкортостан

4 Monate her
***?*** Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар статусын …

? Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар статусын раҫлаған белешмәне юллау тәртибе ябайлаштырыла.

Хәҙер белешмәне Күп функциялы үҙәк офисында һәм Дәүләт хеҙмәттәре аша юлларға мөмкин.

Белешмә алыу өсөн шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәгенә, хәрби комиссариаттарға йәки хәрби частәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был структуралар сит ил граждандарынан һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙән дә мөрәжәғәттәр ҡабул итә.

? Ғаризалар дүрт эш көнө эсендә ҡарала. Өҫтәмә тикшереү кәрәк булған осраҡта, ғаризаны ҡарау ваҡыты 30 календарь көнгә тиклем оҙайтылырға мөмкин.

? Электрон белешмә Дәүләт хеҙмәттәрендә вәкәләткә эйә вазифалы кеше ҡул ҡуйған көндән алып 30 календарь көндән дә артыҡ һаҡланмай. Белешмәнең ғәмәлдә булыу ваҡыты сикләнмәгән.

Документтарҙан тик паспорт ҡына кәрәк буласаҡ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының яҡын туғандары – тормош иптәше, балалары, ата-әсәһе лә белешмә юллай ала. Уларға хәрби хеҙмәткәр менән туғанлығын раҫлаусы документ кәрәк буласаҡ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

4 Monate her
Крандан сифатһыҙ һыу аҡһа, ҡайҙа мөрәжәғәт …

Крандан сифатһыҙ һыу аҡһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, кемдең эшләргә һәм балаға йәш ярым тулғансы пособие алырға мөмкинлеге бар, инсульт тураһында нимә белергә кәрәк?

Үткән аҙнаның файҙалы яҙмалары — беҙҙең тупланмала.

? «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ гүзәле» конкурсына ғаризалар 2024 йылдың 18 ноябренә тиклем ҡабул ителә

♿️ Инвалид бала тәрбиәләгән өсөн айлыҡ түләүҙе нисек юлларға

? Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйындағы колоннаданың иң яҡшы фотоһүрәтенә конкурс. Ғаризалар 2024 йылдың 8 ноябренә тиклем ҡабул ителә

? Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу – нимә ул?

? Әгәр крандан сифатһыҙ һыу аҡһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә

? Башҡортостандың күп балалы ғаиләләрендәге уҡыусылар өсөн транспорт ташламаһын нисек юлларға

⚖️ 2024 йылдың ноябрендә үҙ көсөнә инәсәк закондар

✍️ Ҙур этнографик диктант — 2024. Сарала 1 ноябрҙән 8-нә тиклем ҡатнашып була

? Инсульт тураһында нимә белергә кәрәк

? Кемдең эшләргә һәм балаға йәш ярым тулғансы пособие алырға мөмкинлеге бар

? Йыл һайын бирелгән түләүле отпуск ваҡытын үҙгәртергә мөмкинме?

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

4 Monate her
***??*** Халыҡтар берҙәмлеге көнө халыҡ ополчениеһы …

?? Халыҡтар берҙәмлеге көнө халыҡ ополчениеһы яугирҙәренең Ҡытай-ҡаланы штурмлауына арнала.

Ополчение Түбәнге Новгород старостаһы Кузьма Минин һәм кенәз Дмитрий Пожарский етәкселегендә һуғыша. Улар Рәсәйҙе илде баҫып ингән поляктарҙан азат итеү өсөн халыҡты берләштереүгә өлгәшә.

? 1613 йылда Мәскәүҙе азат итеү иҫтәлегенә батша Михаил Федорович 22 октябрҙе (иҫке стиль буйынса) Ҡазан Аллаһ Анаһы тәреһе хөрмәтенә сиркәү-дәүләт байрамы тип иғлан итә. Ополчение тап ошо образ менән Новодевичье монастыры диуарҙарында һуғыша, ә һуңынан Кремлде азат итә.

1818 йылда император Александр I указы менән Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда «Гражданин Минин һәм кенәз Пожарский»ға һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәлдең скульпторы – Иван Мартос.

? Рәсәйҙең яңы тарихында Халыҡтар берҙәмлеге көнө 7 ноябрҙәге Татыулыҡ һәм килешеү көнөнә альтернатива итеп булдырыла. Ул 1996 йылға тиклем Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы көнө булараҡ билдәләнде. Шулай итеп, 4 ноябрь Халыҡтар берҙәмлеге көнө булып китә, ә 7 ноябрь иҫтәлекле дата – 1917 йылғы Октябрь революцияһы көнө статусын ала.

Байрам менән! Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек теләйбеҙ!

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

4 Monate, 1 Woche her
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
We recommend to visit

Last updated 2 Wochen, 1 Tag her

Официальный Telegram-канал Министерства науки и высшего образования РК

Last updated 1 Monat, 1 Woche her

Арнада саясат, экономика, соғыс, кризистер туралы талқы мен соңғы ақпараттар салынады.

Last updated 2 Monate, 2 Wochen her