Last updated 1 day, 11 hours ago
✔️Ғәрәфәт көнө ✔️
Зөлхизә айының тәүге ун көндәре араһында йылдың иң яҡшы ике көнө бар. Беренсеһе - Ғәрәфәт көнө. Йәғни, Зөлхизәнең 9-сы көнө. Икенсеһе - Ҡорбан байрамы көнө. Ул 10-сы көнгә тап килә. Һүҙебеҙ Ғәрәфәт көнө хаҡында булыр. Ул иртәгә, йәғни, 15 июнь буласаҡ. Бөгөнгө көндөң мәғриб ваҡыты инеү менән башлана. Сөнки динебеҙҙә ҡояш байығас яңы көн тыуа.
Ғәрәфәт көнөнөң өҫтөнлөгө нимәлә ❓
1️⃣ Тамуҡ утынын ҡотолоу көнө.
Мөъминдәр инәһе Ғәйшәнән رضي الله عنها хәбәр ителеүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ былай тип әйткән:
«Ғәрәфәт көнөнән башҡа, Аллаһ Үҙенең ҡолдарын күп итеп Уттан ҡотҡарыр көн юҡ. Дөрөҫлөктә, Аллаһ (ҡолдарына) яҡыная, шунан һуң фәрештәләр алдында улар менән ғорурлана. Һәм: “Нимә теләй һуң улар?” - тип һорай» (Мөслим).
2️⃣ Был көндө эшләнелгән доға - иң яҡшыһы.
Ғабдуллаһ ибн Ғамирҙан رضي الله عنه риүәйәт ителеүенсә, Пәйғәмбәр ﷺ былай тигән:
«Иң яҡшы доға - Ғәрәфәт көнөндә ҡылынған доға. Мин һәм миңә тиклем булған пәйғәмбәрҙәр әйткән иң яҡшы һүҙҙәр:
لا اله إلا الله وحده لا شريك له له الملك وله الحمد و هو على كل شيء قدير
(Лә иләһә илләЛлаһ,үәхдәһү лә шәрикә ләһ, ләһүл мүлкү үә ләһүл хәмд, үә һүүә ғәлә күлли шәй-ин ҡадир)
“Аллаһтан башҡа ғибәҙәткә лайыҡ илаһ юҡ. Тиңдәштәре юҡ Уның. Хакимлыҡ та, маҡтау ҙа Уныҡы. Ул бөтә нәмәгә лә ҡөҙрәтле”» (Әт-Тирмиҙи).
3️⃣ Был көндө ике йыллыҡ гонаһтар кисерелә.
Әбү Ҡатаданан رضي الله عنه хәбәр ителеүенсә, Аллаһ Рәсүле ﷺ шулай тип әйткән:
«Ғәрәфәт көнөндәге ураҙа арҡаһында Аллаһ үткән һәм киләһе йылдың бәләкәй гонаһтарын ғәфү итер тип ышанам» (Мөслим).
Был хажиҙарға ҡағылмай. Уларға көс туплап, үҙҙәрен тулыһынса ғибәҙәткә бағышлау мөһим. Ғәрәфәттә булыу - хаждың әһәмиәтле бер өлөшө. Шунһыҙ был ғибәҙәт төрө дөрөҫ булмаясаҡ. Хәҙистә килеүенсә, «Хаж - ул Ғәрәфәт».
Ғәйет. Шәүүәл айы ураҙаһы
Ҡәҙер төнө тураһында
Мосолмандарҙың ураҙаһы насрани һәм йәһүдтәрҙекенән нимәһе менән айырыла?
Last updated 1 day, 11 hours ago