Һин. Шиғыр. Донъя.

Description
Шиғырҙар һәм тәҡдимдәр: @shigridonjabot

Беҙ ВК-ла https://vk.com/shigridonja
We recommend to visit

𓆩 𝑠𝑡𝑖𝑐𝑘𝑒𝑟𝑠, 𝑡ℎ𝑒𝑚𝑒𝑠, 𝑙𝑎𝑛𝑔𝑢𝑎𝑔𝑒𝑠, 𝑚𝑢𝑠𝑖𝑐 𝑓𝑜𝑟 𝑦𝑜𝑢` 𓆪

· @botwexsavi_bot (по рекламе | делу)

· темы,стикеры: @skivix ✧

────────────────────

HAJIME.RECORDS


Отзывы: @infotgotz

Админ/рекл: @Za77st



❗️Администрация не несёт ответственность за рекламу. Будьте внимательны ❗️

1 year, 7 months ago
***👩‍👦******🙏******🪖***

👩‍👦🙏🪖

Ай булырмын төндәреңдә,
Юл асырмын буранда.
Һыу бирермен һыуһағанда,
Ҡул һуҙырмын күлдәрҙә.

Дошмандарҙан айырырмын,
Ҡырын ҡараш тейҙермәм.
Урмандарҙа аҙаштыртмам,
Сүлдәрдә юғалттыртмам.

Бер аҙым алдан атлармын
Әгәр керһәң уттарға.
Күренмәҫкә кәрәк икән,
Мин булырмын күләгә!

Йөрәгемде мин бүлермен
Икегә һинең хаҡҡа,
Ә һин инде минең өсөн
Берүк үҙеңде һаҡла.

#РаушаниәКәримова

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя

1 year, 7 months ago
**ҺЫПЫРТЫРҒА ИНЕ АУЫЛЫМА*****🏘***…

ҺЫПЫРТЫРҒА ИНЕ АУЫЛЫМА🏘

Һелкеп ташлап донъя мәшәҡәтен,
Күтәреп тә һуғып эштәрҙе,
Һыпыртырға ине ауылыма –
Эй һағындым айлы кистәрҙе!

Мин һағындым ҡарағайҙар аша
Ауылымда ҡояш ҡалҡҡанын,
Кис етеүгә ашыҡмайса ғына
Урам буйлап малдар ҡайтҡанын.

Саф һауаһын һулап туям тимә!
Наҙлап елдәр иҫә битемә…
Күңелемә яҡын бөтә кеше,
Таныш кеүек һәр бер эте лә!

...Күңелемдән тағы бер мәртәбә
Ауылыма ҡайтып ураным:
Үткән төндә төштә сәс тараным –
Оҙон юлға тиеп юраным…

#ФирүзәАбдуллина

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя

1 year, 7 months ago
МИҢӘ БИТ ҺИН ЕҢЕЛ БӘХЕТ ТҮГЕЛ***⚖******💛***

МИҢӘ БИТ ҺИН ЕҢЕЛ БӘХЕТ ТҮГЕЛ💛

Минең яҡтан һинең яҡҡа иҫә
Күңелемдең ярһыу елдәре.
Һинең йылы ҡараштарың булып
Кире ҡайтha икән үҙҙәре.

Мин ғүмергә бәхет эҙләмәнем,
Эҙләп тапҡан кеүек әҙерҙе.
Эҙләп тапҡан бәхет — бәхеттер ҙә,
Яулап алған бәхет ҡәҙерле.

Миңә бит һин еңел бәхет түгел,
Һиңә тиң булырға күп кәрәк.
Һинең өсөн минең яныуҙарым
Бөтә ғазаптарҙан көслөрәк.

#НазарНәжми

🤍 Һин.Шиғыр.Донъя

1 year, 9 months ago
**ОСРАШЫУ*****?‍❤️‍?******?******?***

ОСРАШЫУ?‍❤️‍???

Осраштырҙы тағы таныш ҡала.
Тик икебеҙ ике замандан.
Әллә кемдәр булып хәбәр һаттыҡ,
Ә күңелдәр йөҙ ҡат ямалған.

Хәл һорашҡан булдыҡ әҙәп һаҡлап,
Гүйә, бына мөһим мәсьәлә.
Яуап бирҙек ғорур ғына итеп,
Донъя бөтөн, ҡулдар - кеҫәлә.

Хәл һорашыу кемгә кәрәк инде?
Унан килеп нимә үҙгәрһен?
Һинең ошо ғәмһеҙ хәбәреңде
Минән башҡа кем һуң үҙ күрһен?

Бергә булмаҫҡа ла бер сәбәп юҡ...
Тик ни өсөн бергә булырға?
Йылдың-йылы исемең дә һинең
Күсә бара моңһоу бер йырға...

Барыһы ла яҡшы. Яҡшы булыр.
Әүәлгесә яҡшы буласаҡ.
Осрашыуҙың бойоҡ таты булып,
Көндәремә һағыш ҡунасаҡ.

- Ярай, һау бул!.. Иҫән генә йөрө...
(Осрашырбыҙ, бәлки, бер ҡасан?)
Был донъяла бөтөн булалманыҡ..
Бәлки, тегеһендә?
Исмаһам...

#ЛарисаАбдуллина

? Һин.Шиғыр.Донъя

1 year, 9 months ago
***?******?******❤️***

??❤️

Ҡаты әйткән саҡтар була,
Әйткән һүҙ - атҡан уғым.
Туғаныма тура әйтеп,
Йәнем өҙөлгән сағым.

Ағыу өсөн түгел дәһә
Асыулы минең һүҙҙәр.
Әрләһәм дә яратҡанды
Әйтеп тора бит күҙҙәр.

Туғанлыҡтың ептәрендә
Уйнаусылар етерлек.
Арҡаға арҡа терәһәк,
Булмаҫ елдәр үтерлек.

Туғанлыҡты ерҙә боҙа,
Тәккәберлек - бер дошман.
Туғандарҙы ят итергә
Намыҫым ғына ҡушмай.

#ФәнилБүләков

? Һин.Шиғыр.Донъя

1 year, 9 months ago
***?******?******❤️***

??❤️

Алпан-толпан атлап ҡаршы килә,
Ҡулын һуҙып, яҡты йылмая.
Шул минутта унан матурыраҡ
Бер кем дә юҡ кеүек донъяла.

Үҙ телендә ниҙер һөйләй-һөйләй,
Күҙен ҡыҫып, серле көлә ул,
Был донъяның бөтә мәшәҡәтен
Оноттороу серен белә ул.

Кескәй ҡыҙым ҡулдарымда саҡта
Бәхетемә, гүйә, донъя тар.
Балаларым шат йылмайһын өсөн,
Тыныс булһын, бер үк, донъялар!

#ФирүзәАбдуллина

? Һин.Шиғыр.Донъя

1 year, 9 months ago
**КҮҢЕЛ АПТЫРАЙ** ***?******❓******?‍♀️***

КҮҢЕЛ  АПТЫРАЙ ??‍♀️

Буш тор(а) алмай күңел, йә шатлыҡты,
Йә һағышты өйҙәш итә һала.
Уйынсыҡтай күреп ул шуларға
Әүрәй һала, хас та сабый бала.
Берен ала ла ул, берен һала,
Өмөт кенә өҫтә, гел уртала.
Шатлыҡ менән һағыш араһында,
Күренмәйсә генә гел бутала.
Тик тор(а) алмай күңел, йә талпына,
Үҙен-үҙе этә упҡындарға.
Һәм көнләшеп ҡарай тәбиғәттә
Тыныслыҡтың йәмен тапҡандарға.
Күңел күҙе – ике яҡлы миҙал,
Тәгәрәй ҙә, ҡолай ул, туҡтаһа.
Шул миҙалды устарына йомоп,
Йылытыусы ғынаһы юҡ таһа.
Йә шатлығын, йә һағышын асып,
Ҡояш аҫтарында йән ялтырай.
Күләгәһе уның ҡояш түгел,
Күләгәһе уның яп-ялтыр ай.

Ниңә икән? Күңел аптырай..

#ГөлнараХәлфетдинова

? Һин.Шиғыр.Донъя

We recommend to visit

𓆩 𝑠𝑡𝑖𝑐𝑘𝑒𝑟𝑠, 𝑡ℎ𝑒𝑚𝑒𝑠, 𝑙𝑎𝑛𝑔𝑢𝑎𝑔𝑒𝑠, 𝑚𝑢𝑠𝑖𝑐 𝑓𝑜𝑟 𝑦𝑜𝑢` 𓆪

· @botwexsavi_bot (по рекламе | делу)

· темы,стикеры: @skivix ✧

────────────────────

HAJIME.RECORDS


Отзывы: @infotgotz

Админ/рекл: @Za77st



❗️Администрация не несёт ответственность за рекламу. Будьте внимательны ❗️