Пресеты Лайтрум, Обработка фото
?? @dandemon
Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy
Last updated 1 month, 3 weeks ago
3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338
Last updated 1 year, 2 months ago
Хуш киләһең, һаумы, Яңы йыл!
???
"Беҙҙең донъя" тапшырыуы ҡунағы, "Ағиҙел" журналы хеҙмәткәре Луиза Кирәеванан шиғри күстәнәс.
Әлфинә Ишбулатова яҙып алды✍️.
?САТНАҒАН СТЕНА (хикәйә)
? Нияз МӘҺӘҘИЕВ
– Шулай, Камил. Ҡасандыр һинең тыуған йортоң хәҙер юридик рәүештә... – Был һүҙҙе әйткәс, Марат Зиннәтович үҙе лә уңайһыҙланып ҡуйҙы... – Юридик рәүештә бүтән кешенеке.
– Марат Зиннәтович! Мин бит нигеҙҙе генә нығытам да ҡайтып китәм... Электән уйланып йөрөй инем был турала. Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй.
– Аңлайым, ҡустым. Тыуған йорт... Хәйер, аңламайым. Үҙегеҙ үк тыуған ауылығыҙҙы ташлап ҡалаға китәһегеҙ ҙә һуңынан һағынып шиғыр, йыр яҙаһығыҙ, ҡайтып нигеҙ нығытаһығыҙ...
АЛАҠАЙ ҠАЙТТЫ (хикәйә)
? Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
...Алып барыусылар туйға килгәндәргә ашап-эсеп ултырыу ғына түгел, тын
алырға ла ирек бирмәне. Мәжлес дилбегәһен улар тулыһынса үҙ ҡулына
эләктереп алғайны. Йышылып бөткәйнеләр. Яңы ғына ҡоҙалашҡан кейәү менән килендең ата-әсәләре, башҡа туғандары үҙ-ара бөтөнләй аралаша, һөйләшә алманы. Уҙаҡлашыуҙары танышыуҙан ары китмәне. Танһыҡтары ҡанманы. Урта йәштәрҙәге ирле-ҡатынлы – ҡунаҡтар – алып барыусыларға: “Туй беҙҙеке, артыҡ шашмағыҙ. Беҙгә йола талаптарын да үтәргә мөмкинлек бирегеҙ, күпме ҡысҡырырға була?” – тип дәғүәһен дә белдерҙе. Музыка тынып ҡалды. Микрофондар һүндерелде. Мәжлесте уңайһыҙ пауза
биләне...
Уҡырға: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-12-16/ala-ay-aytty-hik-y-4054878
МАҢЛАЙҘАҒЫ ЯҘЫУ
Хикәйә
– Ҡана, ҡарайым, уҡыйым әле маңдайыңа яҙылғанын. Мин хәрефтәрҙе беләм ул, иветә, апый? И-и-и, бында бер хәреф тә күренмәй, әле яҙыу юҡ, ивет, апый, мәле, һин уҡы.
“Маңлайға нимә, нисек яҙыла икән һуң?” – тип уйлап ултыра инем, өләсәй кеткелдәп көлгән була.
– Кешегә күренмәй шул ул, бер Аллаһ Тәғәлә генә күрә, – тигән була.
– Э-й-й-й, ниңә күренмәй?
– Ҡайтма, һинең өйөң юҡ мәллә? – тип ҡыҙыҡһынам.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-09-30/ma-lay-a-y-ya-yu-hik-y-3951376
Әхмәт Лотфуллин портреты
КӨТӘ БЕЛҺӘҢ...
Хикәйә
Былай ҙа саҡ йөрөгән Фатима инәйҙе күҙ алмаһындай күргән бер бөртөк улы Хәлиттең госпиталгә эләгеүе аяҡтан йыҡты. Ярай әхирәте мәрхүмә Ҡарлуғастың ҡыҙы Фәймә ярҙам итеп, килеп-китеп йөрөй. Еткерәһе һүҙҙәре бөтмәгән икән Хәлитенә. Фәймә килеү менән хат яҙҙырҙы. “Ошо хатыбыҙ һуңғыһы булмаһа ярар ине, балам. Хәлитем, иҫән-һау ҡайтып, һинең кеүек кенә баҫалҡы ҡыҙға өйләнеп, ошо йыйған донъямды ташламаһа ярар ине”, – тигән булды шунан әбей, эсе бошоп.
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-09-26/k-t-bel-hik-y-3946683
ӘСӘЙ МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ
Уйҙарымды атайымдың көр тауышы бүлә:
– Ҡарәле, Гөлнәфисә, күрәһеңме анауы ҡабаҡ башында сысҡан аулап йөрөгән төлкөнө? Хәҙер эләктерәм мин уны!
Иләкшиҙе менән Имәнлекүл ерҙәрен айырып ағып ятҡан Ҡыуаш йылғаһы туңған. Беҙ әле генә боҙ өҫтөнә килеп төшкәйнек. Әсәйем менән икәүләшеп алан-йолан ҡаранабыҙ, ләкин атайым әйткән төлкөнө күрмәйбеҙ. Ул арала булмай, атайым ашығып ат туғара. Йәһәт кенә атына атланды ла, өс быуынлы ҡайыш сыбыртҡыһын бөкләп тотҡан килеш, турыҡайҙың осаһына берҙе һыҙырҙы.
– Ғайса, йүләрләнмә, ҡайҙа бараһың?! – тип әсәйем һөрәнләп кенә өлгөрҙө. – Туңдыраһың бит беҙҙе, ни ҡыланыуың был?! Туҡта, тим бит!
Тулыһынса: https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2024-09-25/s-y-men-n-yl-she-3943847
Пресеты Лайтрум, Обработка фото
?? @dandemon
Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy
Last updated 1 month, 3 weeks ago
3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338
Last updated 1 year, 2 months ago