Дини ғилем

Description
Төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Хаттар өсөн:

• ир-егеттәргә: @dinigilem_bot
• ҡатын-ҡыҙҙарға: @katinkizzar_bot
We recommend to visit

❄️СИНИЙ ИНЕЙ УЖЕ ВЫШЕЛ!❄️

Last updated 1 week, 1 day ago

По рекламе / сотрудничеству:
[email protected]
@exs_ad/ t.me/ExSCompany

№ 5040038424

Last updated 2 days, 18 hours ago

? [email protected] +7 (919) 779-11-98 Кирилл Сёмин

Мой Rutube-канал:
https://rutube.ru/channel/31539567/

Last updated 2 months, 1 week ago

2 months, 1 week ago

✍️ Мәһәрҙе һуңлатып биреү

Һорау: Мәһәр – әгәр бүлеп түләү шарты менән килешелгән булһа – күпме ваҡыт эсендә түләнеп бөтөлөргә тейеш? Мәһәр түләнеп бөтөлмәгән хәлдә никах дөрөҫ булмай, тиҙәр, шул дөрөҫмө икән?

*Яуап: Мәһәрҙе нимә менән, нисек һәм ҡасан түләргә килешеү – тулыһынса кейәү менән кәләштең (йә уның вәлиенең) үҙ ҡарамаҡтарында. Мәһәрҙең күпмелер өлөшөн йә бөтәһен дә һуңғараҡ бирергә килешһәләр, был рөхсәтле. Тик аныҡ мөҙҙәт билдәләнергә тейеш: бер йыл эсендә, биш йыл эсендә, ун йыл эсендә, тип, мәҫәлән, һәм башҡаһы. Әгәр кәләш яғы быға риза икән, никах дөрөҫ һанала. Вәли ҙә, шаһиттар ҙа был мөҙҙәттең ваҡытын һәм мәһәрҙең күләмен ишетергә (күрергә) тейеш. Иң яҡшыһы – ҡағыҙға теркәп, имзалар менән раҫлап ҡуйыу. Аҙаҡ, "оноттом", "мине яңылыш аңлағанһың", тигән кеүек буталсыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн.

Әгәр ир үлеп ҡалһа йә ҡатынын айырып ебәрһә, мәһәр бурысы барыбер бурыс булып ҡала. Уны (әгәр ҡатын ул мәһәрҙән баш тартмаһа) ирҙең вариҫтары булһа ла (туғандары, мәҫәлән) түләп бөтөп ҡуйырға тейеш.

Әгәр ир, шунса йыл эсендә мәһәрҙе түләп бөтәм, тип килешеп тә, быны һаман һуҙып, ғөҙөрһөҙ килеш (аҡланырлыҡ сәбәптәре булмайынса) түләмәй тик йөрөй икән (ваҡыты күптән үтеп китһә лә), ҡатындың уның менән артабан түшәк бүлешмәҫкә хоҡуғы бар (ҡасан ир мәһәрҙе түләп бөткәнсе).

Әммә, мәһәрҙе һаман түләмәй, тигән сәбәп менән айырылып китергә (хүл һорарға) хаҡы юҡ. Был хәнбәли мәҙһәбендә генә рөхсәт ителә (ҡазый ҡарары аша).

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.*

#һорауяуап #никах #мәһәр

© "Башҡорттарға – дин!"

2 months, 1 week ago
2 months, 1 week ago
4 months, 3 weeks ago
4 months, 3 weeks ago
4 months, 3 weeks ago

Пәйғәмбәрҙең ﷺ сәсе һәм хаҡҡаниҙар сектаһы (2022)

#инҡар #тәбәррүк #суфыйсылыҡ

© t.me/dinigilem

7 months, 2 weeks ago

Байрам көнөндә

Ҡорбан байрамы көнөндә киләһе эштәр сөннәт булып тора:

1⃣ иртә менән тороу;

2⃣ тештәрҙе мисүәк йә теш сәсәһе (щёткаһы) менән таҙартыу;

3⃣ ғөсөл алыу (баштан-аяҡ һыу ҡойоноу);

4⃣ булған кейемдәр араһынан иң яҡшыһын кейеү;

5⃣ ир-егеттәргә – хуш еҫ (мисек йә хушбуй) һөртөнөү;

6⃣ Байрам намаҙы уҡылғанға тиклем ашамау;

7⃣ Байрам намаҙына китеп барған саҡта тәшриҡ тәкбирҙәрен ҡысҡырып әйтеү.

Байрам намаҙын уҡыу рәүеше

Байрам намаҙы ғәҙәти тәртиптә башҡарылған ике рәкәғәттән тора. Берҙән-бер өҫтәлмә – ул алты тәкбир ("Аллаһү әкбәр" һүҙҙәре), шуларҙың тәүге өсәүһе беренсе рәкәғәттең башында әйтелә, ҡалған өсәүһе – икенсе рәкәғәттә, рөкөғкә китер алдынан (билдән бөгөлөрҙән алда).

Байрам намаҙы алдынан аҙан да, ҡәмәт тә уҡылмай.

Намаҙ имамдың тәхрим тәкбире (намаҙҙы асыусы "Аллаһү әкбәр" һүҙҙәре) менән башланып китә. Бөтәһе лә ҡулдарҙы ҡолаҡ тәңгәленә тиклем күтәрә һәм, эстән тәкбир әйтеп, уларҙы кендек аҫтына (уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә ҡатлап) ҡуя. Шунан эстән генә "Сүбхәнәкә Аллаһүммә" доғаһын уҡыйҙар. Шунан һуң имам өс тапҡыр тәкбир ("Аллаһү әкбәр" һүҙҙәрен) әйтә. Тәүге ике тәкбир ваҡытында бөтәһе лә ҡулдарҙы ҡолаҡтар кимәленәсә күтәрә һәм, шыбырлап ҡына тәкбир әйткәндән һуң, ҡулдарҙы туп-тура төшөрә. Ә өсөнсө тәкбиргә күтәргәндән һуң, ҡулдарҙы, ябай намаҙҙағы кеүек, кире кендек аҫтына бәйләйбеҙ.

Ошо өс тәкбирҙән һуң имам Ҡөрьән аяттары уҡый. Уны тыныс һәм тын ғына тыңларға кәрәк. Беренсе рәкәғәттең ҡалған өлөшө артабан ғәҙәттәгесә башҡарыла.

Икенсе рәкәғәткә баҫҡас, имам (ғәҙәттәге намаҙҙарҙағыса) Ҡөрьән аяттары уҡый башлай. Был ваҡытта уны шулай уҡ тыныс ҡына тыңлау тейешле. Ҡөрьән уҡып бөткәс, имам сираттағы (ҡалған) өс тәкбирҙе әйтеп ҡуя. Йәғни, был юлы ул өс тәкбирҙе рөкөғкә китер алдынан ғына ҡысҡыралар. Һәр тәкбир ваҡытында бөтәһе лә ҡулдарҙы ҡолаҡ тәңгәленә тиклем күтәрә һәм: "Аллаһү әкбәр", – тип үҙ алдына әйткәндән һуң, уларҙы тура төшөрә. Өсөнсө тәкбирҙән һуң имам, рөкөғкә күсеү өсөн, тағын да бер тәкбир әйтә. Был тәкбир ваҡытында ҡулдарҙы күтәрергә кәрәкмәй. Бары тик, "Аллаһү әкбәр", тип эстән әйтеп, рөкөғкә китеү тейешле. Намаҙҙың ҡалған өлөшө ғәҙәттәгесә башҡарыла.

Байрам хөтбәһе

Йома намаҙындағы хөтбә мотлаҡ (фарыз) булып торһа һәм намаҙға тиклем һөйләнелһә, унан айырмалы рәүештә, Байрам намаҙында хөтбә сөннәт булып тора һәм Байрам намаҙынан һуң үткәрелә.

Әммә Байрам хөтбәһен тыңлау – мотлаҡ (вәджиб) ғәмәл. Уны тыныс рәүештә һәм тулы тынлыҡта тыңлау тейешле.

Имамдың беренсе хөтбәне – туғыҙ тапҡыр тәкбир әйтеүҙән ("Аллаһү әкбәр" һүҙҙәренән) һәм икенсеһен ете тапҡыр тәкбир әйтеүҙән башлауы – сөннәт.

? Мөхәммәт Тәҡи Усмани мөфтөй

? Ғәйет намаҙына бәйле ҡайһы бер мәсьәләләр

#ҡорбан #байрамдар #намаҙ

© t.me/dinigilem

7 months, 2 weeks ago

? Ҡорбан байрамына салынған малдың ниндәй өлөштәрен ашарға ярамай?

(хәнәфиҙәрҙең фәтүәһе)

ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм! Әгәр эргәһендә мосолман кеше кәрәкле доғаларын әйтеп торһа, һарыҡты мосолман түгел кеше сала аламы? Әгәр эйе икән, ниндәй доға әйтергә? Һарыҡтың тиреһен һәм эс-ҡарынын ташларға яраймы? Ҡорбан итен нисек бүлергә? Баш-тояҡтар, йөрәк-бауыр, үпкә-бөйөрҙәр – уларҙы ит менән бергә бүлергәме, әллә нисектер башҡасараҡмы? Әгәр ауылда мосолман түгелдәр бар икән, уларға был ҡорбан итенән ашарға яраймы?

❗️ ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Юҡ, салған кешенең мосолман булыуы һәм уның тәсмиә ҡылыуы (салғанда Аллаһ исемен әйтеүе) мотлаҡ. Төп тәсмиә һүҙҙәре – ул "бисмиЛләһ" йә "Аллаһү әкбәр", йә иһә, "бисмиЛләһ, Аллаһү әкбәр", тип әйтеү. Шулай уҡ, ҡорбан салғанда: "БисмиЛләһ. Аллаһү әкбәр, Аллаһү әкбәр, лә иләһә иллә-Ллаһ. ҮәЛлаһү әкбәр, Аллаһү әкбәр, үә ли-Лләһил-хәмд", – тип зикер ҡылыу сөннәт.

Хайуандың тиреһен йә кемгәлер ҡулланыу өсөн бирергә, йә уны ергә күмеп юҡ итергә мөмкин. [Кәрәкмәгән] эске ағзаларынан да, шулай уҡ, күмеү юлы менән ҡотолоп була.

Хайуандарҙың ете өлөшөн ризыҡҡа ҡулланырға ярамай:

1) иркәктең енес ағзалары,
2) орғасының енес ағзалары,
3) йомортҡалыҡтар,
4) бәүел ҡыуығы,
5) үт ҡыуығы,
6) аҡҡан ҡан,
7) биҙҙәр.

? Ҡара: Мөхәммәт әш-Шәйбәни, "Китәб әл-Әҫәр", 179-сы бит.

Үрҙә һаналғандарҙан тыш, хайуандың бөтә ҡалған өлөштәрен ризыҡҡа ҡулланырға рөхсәт ителә.

Ҡорбан итен таратыуға килгәндә, итте өс өлөшкә бүлергә кәңәш ителә (ләкин мотлаҡ түгел): бер өлөшө – мохтаждар өсөн, икенсе өлөшө – туғандар һәм дуҫтар өсөн, өсөнсө өлөшөн иһә үҙ ғаиләңә ҡалдырырға кәрәк. Ҡорбан итен мосолмандар араһында ла, мосолман түгелдәр араһында ла таратырға мөмкин. Кем иткә нығыраҡ мохтаж, шуларға өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Үәссәләм.

? Сөһәйл Тәрмәхөмәт мөфтөй

#фәтүә #ҡорбан #хайуандар

© t.me/dinigilem

7 months, 2 weeks ago

Ҡорбанға бәйле ҡайһы бер һорауҙар (3)

1) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ! Ҡорбан салған өсөн аҡсалата саҙаҡа бирһәләр, алырға яраймы? Рәхмәт!

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Ҡорбан салған өсөн һуғымсыға (салыусыға) хеҙмәт хаҡы түләргә рөхсәт ителә, бының һис насарлығы юҡ. Әммә ләкин ҡорбанға салынған малдың ите менән дә, тиреһе менән дә түләргә ярамай, был тыйыла.

2) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ. Һеҙгә шундай һорауым бар ине: ҡорбандың һөйәген бәйле торған эткә бирһәң була, тиҙәр, шул дөрөҫмө?

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Ҡорбан малының һөйәктәрен (һәм кеше ашамаған бүтән өлөштәрен) өйҙәге эткә йә бесәйгә бирергә ярай. *Уларҙан да нимәлер артыҡ ҡалһа, күмеп ҡуйығыҙ. Үҙегеҙҙең эт булмаһа – күршеләрҙең йә ауылдағы туғандарҙың этенә бирергә мөмкин.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.*

3) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ. Ҡорбан салдырғандан һуң, ҡорбан ашы үткәрмәйенсә генә, итен таратып сығырға яраймы?

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Эйе, әлбиттә. Ҡорбан ашын үткәреү, кеше саҡырыу – ҡорбан салыуҙың мотлаҡ (фарыз) бер шарты түгел. Мөмкинселеккә (һәм теләккә) ҡарап.

Сөннәт буйынса, иң яҡшыһы: ҡорбан итен өс өлөшкә бүлеп, бер өлөшөн мохтаждарға таратыу, бер өлөшөн туғандарға һәм күршеләргә биреү, бер өлөшөн үҙеңә алып ҡалыу. Әммә был да мотлаҡ шарт (фарыз) түгел. Әммә шулай өс өлөшкә бүлеүҙең сауабы күберәк, ин шәә Аллаһ.

Ләкин ниндәйҙер сәбәп менән бөтә ит хатта бер кешегә генә бирелһә лә, был да рөхсәтле, мөмкин. Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

4) Һорау: Хәйерле көн, һеҙгә һорауым бар ине: ҡорбан атҡанда ҡорбан итен үлсәргә яраймы?

Яуап: Ҡорбан итен таратыр өсөн өлөштәргә бүлгән саҡта уны үлсәргә ярай, әлбиттә. Күҙ менән яҡынса самаларға ғына ла мөмкин (грамлап теүәл үлсәмәй генә).

*"Ҡорбан атҡанда", тигәнегеҙ аңлашылмай. "Һатҡанда", тип һорарға теләһәгеҙ, ҡорбан итен һатырға ярамай, ул мотлаҡ бушлай таратып бирелә.

Ҡырағай хайуанды атып алыуҙы һораһағыҙ, ҡырағай хайуандар ҡорбан итеп салына алмай, фәҡәт йорт хайуандары ғына салына (дөйә, һыйыр, һарыҡ һәм кәзә).*

5) Һорау: Башҡорттар йылҡы ите лә ашай (милли ризыҡ). Шуға йылҡы малын ҡорбанға һуйырға буламы?

Яуап: Ҡорбанға тик ҡуш (айыры) тояҡлы йорт малдары ғына салына. Йомро тояҡлылар (ат менән ишәк), ҡош-ҡорт һәм башҡаһы ҡорбанға бармай.

#һорауяуап #ҡорбан #хайуандар

© "Башҡорттарға – дин!"

7 months, 3 weeks ago

? Викторина – I

https://telegra.ph/viktorina-I-06-11

Байрамдарҙа һәм бүтән сараларҙа балалар араһында бәйге ойоштороу өсөн дини викторина һорауҙары һәм уларға яуаптар (был 1-се өлөшө, 10 йәштән кесерәктәргә кәңәш ителә). Балалар ошо һорау-яуаптар буйынса өс-дүрт көн алдан әҙерләнә башлап, бәйге көнөндә биш билетҡа жюри алдында яуап бирергә тейеш.

#викторина #балалар #байрамдар

© t.me/dinigilem

We recommend to visit

❄️СИНИЙ ИНЕЙ УЖЕ ВЫШЕЛ!❄️

Last updated 1 week, 1 day ago

По рекламе / сотрудничеству:
[email protected]
@exs_ad/ t.me/ExSCompany

№ 5040038424

Last updated 2 days, 18 hours ago

? [email protected] +7 (919) 779-11-98 Кирилл Сёмин

Мой Rutube-канал:
https://rutube.ru/channel/31539567/

Last updated 2 months, 1 week ago