Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon
Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy
Last updated 1 month, 3 weeks ago
3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338
Last updated 1 year, 4 months ago
Өфө тураһында "Урамдары көҙгөләй асфальт" тип йырлағанда ҡышын ялтырап ятҡан боҙ күҙ уңында тотолмай шул.
Тәүҙә баш ҡала проблемаларын хәл итеп өйрәнһенсе 🤣
Генерал имеш. Рәхимов әйтмешләй, өс тауыҡ менән командовать итеп өйрәнмәйсә йә иһә "Работать надо!"
7 февраль бөгөн - Башҡортостандың Беренсе Президентының тыуған көнө. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 91 йәш тулған булыр ине.
Зекәриә Аҡназаров Башҡортостан үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән етәксе, арҙаҡлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре
Бөгөн тыуған төбәге - Баймаҡ районында уға бюст асылды. Ул шәхестең 100 йыллығын билдәләү тураһында Республика Башлығы Указына ярашлы сафҡа инде.
Зекәриә Аҡназаров 1962 йылдан 1986 йылға тиклем 24 йыл дауамында Башҡорт АССР-ы министрҙар советы рәйесе вазифаһын башҡара. Ошо осорҙа Башҡортостан иң ҡеүәтле аграр һәм сәнғәт төбәге тигән исемгә лайыҡ була. Башҡортостанда мөһим социаль объект - республика клиник дауаханаһы тағы сәнғәт училищеһы, рус драма театры төҙөлә. Тап ул республика менән идара иткән осорҙа Өфөлә Дуҫлыҡ монументы, Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Ленин урамында тәүге 9 ҡатлы йорт сафҡа инә ( Хрусталь магазины урынлашҡан йорт) . Йәнә Матбуғат йорто, Дәүләт циркы төҙөлөп бөтә, Республика милли музейы ойошторола. Бик оҙаҡ йылдар Башҡортостандың күп функциялы төп спорт объекты булған Спорт һарайы асыла, хоккей үҫешә. Тағы ла тап 60-70 йылдарҙа республика ауылдары инфраструктураһы, республикабыҙҙың башҡа ҡалалары үҫешә. Объектив фекер йөрөткәндә хәҙерге Башҡортостан үҫешенә шул осорҙа нигеҙ һалына.
Үҙ ваҡытында төбәгебеҙ үҫешен яңы кимәлгә күтәргән етәксенең исемен тергеҙеп, мәңгеләштереүе бик хуп!
Әр-Рәхим мәсетен төҙөү тарихына байҡау
Бик күп йылдар дауамында Башҡортостандың мосолман әһелдәре республика Хөкүмәтенә яңы мәсет төҙөү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Төп фекер - Өфөләге ике йәмиғ мәсете - Туҡай һәм Ләлә мәсеттәре байрам мәлдәрендә бөтә мосолмандарҙы ла һыйҙырыу ҡеүәтенә эйә түгел.
Шулай итеп, был тәҡдимде Башҡортостандың Беренсе Президенты хуплай һәм 2007 йылдың көҙөндә төҙөлөш урынына тәүге таш һалына.
Генераль подрядсы тарафынан баштан уҡ мәсет төҙөлөшө өсөн республика ҡаҙнаһынан бер тин дә йәлеп ителмәйәсәк, төҙөлөш эштәре физик һәм юридик шәхестәр индергән иғәнәгә башҡарыласаҡ тип белдерелә.
Әммә төҙөлөш 2009 йылда туҡтатыла. Сәбәбе - тупланған аҡсаларҙы урлау, тәғәйенләнеше буйынса ҡулланмау. Шулай итеп, 2009 йылда был объектҡа "Коррупция һәйкәле" тигән исем бирелә.
Күп тә үтмәй Республика Президенты Мортаза Рәхимов вазифаһынан бушатыла. 2015 йылға тиклем мәсет төҙөлөшө Рәхимов етәкләгән Фонд иҫәбенә яйлап дауам итә. Әммә 2015- тәр тирәһендә төҙөлөш йәнә туҡтатыла. Сәбәбе - тағы ла аҡсалар урланыуында.
Артабан
М. Рәхимов мәсетте төҙөп бөтөү өсөн финанс ярҙам һорап республика башлығы Рөстәм Хәкимовҡа мөрәжәғәт итә, әммә ул файҙа килтермәй. Һөҙөмтәлә Өфөгә килеүселәрҙе "Европалағы иң ҙур мәсеттең" төҙөлөп бөтмәгән һоро күләгәһе генә ҡаршы алыуын дауам итә.
Эштәр ни бары 2019 йылда республика башлығы итеп Радий Хәбиров тәғәйенләнгәс урынынан ҡуҙғала. Әммә берәү ҙә "төҙөлөш тиҙ арала тамалана!" тип вәғәҙә итмәй. Сөнки республика бюджетында 2007 йылдағы кеүек үк был төҙөлөш өсөн сығымдар ҡаралмаған. Хаҡы бер-нисә миллиард һум менән баһаланған быуат төҙөлөшө өсөн аҡсаны ҡапыл сығарып һалыр өсөн Президент Мортаза Рәхимовтыҡылдай карманный фонд та юҡ.
Табылған аҡса бушҡа тотонолмаһын өсөн оҙайлы төҙөлөш объектының торошо буйынса экспетиза үткәрелә. Һөҙөмтәлә бик күп етешһеҙлектәр, эштәрҙең сифатһыҙ башҡарылыуы асыҡлана. Күп тә үтмәй был һығымтаны тормош үҙе дәлилләй. Көслө ел ваҡытында мәсет манараларының бер көмбәҙе ҡолап төшә.
Аҡ эттең бәләһен ҡара эткә тағып Әр-Рәхим мәсетенең көмбәҙе ҡотлауын да, төҙөлөштөң һаман тамаланмауын да республиканың бөгөнгө етәксеһенә япһарып маташыусылар табыла. Ә Р. Хәбиров әлеге шарттарҙа ни тиклем ҡатмарлы һорау булыуына ҡарамаҫтан, эште яйлап ҡына урынынан ҡуҙғата ала.
Кисә ошо эштең беренсе этабы тамалана - мәсет манаралары аҡ мәрмәр менән көпләнеп бөтә. Артабан ҡыйыҡты йүнәтеү һәм тышҡы биҙәкләү эштәренә күсеү планлаштырылған.
Аллаға шөкөр😊
Пруфы электрон баҫмаһының ТГ-каналын ни өсөн БСТлағы хәлдәр борсой? Ошо теманы улар ике аҙнаға бер тапҡыр мотлаҡ ҡалҡытып тора. Һуңғы материалға туҡталғанда, Рәүфә Рәхимова ысынлап та Рита Өмөтбаеваның хеҙмәт хаҡын ҡайғыртамы, әллә ғиллә икенселәме?
Пруфының редакция сәйәсәте ап-асыҡ сағылып ята. Уларҙың төп маҡсаты – башҡорттарҙы ҡыҫалар тигән яр һалыу. Өмөтбаеваның хеҙмәт хаҡы улар өсөн барыбер. Был осраҡта иң мөһиме башҡорт ижади интеллегенцияһы тупланған коллективта сыр-бор ойоштороу. Тап шуның өсөн дә ҡапма-ҡаршы ҡуйыу алымы ҡулланыла. Бер яҡтан башҡорт телевидениеһында милли рухлы проекттар ойоштороусы, (тағы ла эмоцияларға тиҙ бирешеүсән, Башҡорт домохозяйкаһы менән тарихты иҫләйһегеҙҙер)) Рита Өмөтбаева – икенсе яҡтан Радий Хәбировтың элекке уң ҡулы - Елена Прочаковская. Йәнәһе лә һеҙ өндәшмәй генә халыҡ өсөн, милләт өсөн баш баҫып әллә күпме эштәр эшләйһегеҙ, ә ул ҡайырып аҡса ала.
Утһыҙ төтөн булмай тиҙәр. Хеҙмәт хаҡы, эш шарттары, компания етәксеһенең коллективын бүлеп ҡарауы - көсө еткәндәрҙе баҫып (әммә ул исемлеккә точно Рита Өмөтбаева инмәйҙер), урынын һаҡлау өсөн ҡайһы берәүҙәргә яраҡлашып эшләүсе гендиректор хаҡында һүҙ компаниянан ситкә лә сыҡмай тормайҙыр. Әммә былар барыһы ла туранан-тура Рөстәм Зәрәфетдиновтың проблемалары. Төп телеканалда төп хужа вазифаһын биләргә татар милләтенән булыуы һис ҡаршылыҡ түгел. Ә бына коллективта эште ойоштора, өҫтөнлөктәрҙе тиң һәм дөрөҫ билдәләй алмауы, төп белеме буйынса иҡтисадсы булһа ла, көрсөк шарттарында мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын билдәләүҙә тәжрибә - белеме етмәүен һәм башҡаларҙы инҡар итмәйек. Шуға ла, әгәр БСТла проблемалар бар тип белдерелә икән, дәғүәләрҙе туранан-тура уның етәксеһенә еткереү урынлы түгелме? Пруфылар иһә был осраҡта ла башҡорттарҙы сәйәси ҡорал итеп ҡулланырға тырыша, йәнә республика етәксеһе репутацияһына ҡара яғыуҙы тәүмаҡсат итеп ҡуя.
Һәм при чем бында Азамат Әлмөхәмәтов (ғәфү итегеҙ, Йәнбирҙин)? Уның БСТ-нан киткәненә хан заман. Әгәр ҙә был компанияға генераль директор вазифаһында ҡайтарыу кәрәк тип табылһа – Пруфыһыҙ ҙа эшләй алаларҙыр. Юҡһа логика аңлашылмай. Ул Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы вазифаһында эшкә ашмаған, ә бына БСТға генераль директор булараҡ ҡайтырырға мөмкин. Генераль директор иңендәге яуаплылыҡ күпкә киңерәк һәм ҙурыраҡ түгелме икән. Шуға, алло, ҡайҙа логика тип һорағы килә?
Беҙҙеңсә был БСТ-лағы 2012 йылдағы ваҡиғалар тураһында кинәйәләп кенә иҫкәртмә. Гүзәл Ибраһимоваға ҡаршы Азамат Әлмөхәмәтовтар менән бергәләп баш күтәргәндә Хәмитов бөгөлдө. Һеҙҙе республика халҡы яҡланы. Йәнәһе лә бөгөн тауышланырға нимә ҡамасаулай?
Беҙҙең интеллегенцияны ул тиклем дә аңра хәленә төшөргә юл ҡуймайыҡ. Рита Өмөтбаеваның Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов ойошторолған сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын иҫәпкә алғанда, мәсьәләләр бар икән, эске сәйәсәт, мәғлүмәти тармаҡ өсөн яуап биреүсе етәксегә туранан-тура мөрәжәғәт итергә лә мөмкинлеге барҙыр, моғайын...
1967 йылдың тап 17 ноябрендә Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Ул шунда уҡ башҡалабыҙ символына әүерелә. Ағиҙелдең бейек ярында урынлашҡан милли батырыбыҙ һәйкәле шулай уҡ тотош Башҡортостандың визит картаһы булып тора.
Был монументаль һынды башҡорт халҡы өсөн генә мөһим тип иҫәпләү хата. Салауат Юлаев шәхесе, тәү сиратта, халыҡтар берҙәмлеге өлгөһө. Был һүҙҙәргә тағы ла бер миҫал. Совет режиссёры Яков Протазановтың "Салауат Юлаев" фильмы 1941 йылда төшөрөлә. Был кино ул осорҙа оло ваҡиға тип баһалана. Кино сәнғәтенең көсө иҫ китмәле юғары ваҡытта тап Салауат Юлаев тураһында фильм төшөрөүгә дәүләт заказы булыуы күп нәмә тураһында һөйләй. 1941 йылда Салауат Юлаев кинотаҫмаһы ауылда йәшәгән башҡорт халҡына нисек күрһәтелгәндер, ғөмүмән, күрһәтелгәнме, әйтеүе ауыр. Ә бына Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттары уның тәүге тамашасылары була. Фильм бөтә ҙур госпиталдәрҙе урап сыға. Ул милләтенә ҡарамай һәр һалдатты еңеүгә рухландырыусы мәҙәни көс булып тора. Бына шуға ла Генерал Шайморатов башҡорт һыбайлыларын "Салауат вариҫтары сигенә белмәй!" тигән саҡырыу менән алға әйҙәй.
Башҡорт халҡының милли батыры исемен Рәсәй, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән һыҙып ташлап булмаған кеүек, һәйкәлде лә Ағиҙелдең текә ярынан алып ташлап булмаясаҡ. Шуға реставрация мәсьәләһенә бәйле ығы-зығыға ҡушылыу йүләрлек. Был осраҡта ла берҙәмлекте һаҡлап, йәмғиәттә, бигерәк тә йәш быуында ҡиммәттәр буталған осорҙа милли батырыбыҙға дәүләт иғтибары булыуын лайыҡлы баһаларға кәрәктер. Һәйкәлдең яңырып үҙ урынына ҡайтыуы ла оло ваҡиға буласаҡ. Йылдар дауамында онотола, онотторола килгән Генерал Шайморатовҡа асылған һәйкәл асыҡ миҫал. Бөгөн Башҡортостанда "кем ул Миңлеғәле Шайморатов?" тигән һорауға яуап бирә алмағандар һирәктер.
Европалағы өс терәүҙә торған иң ҙур монументаль һәйкәл, йә хоккей командаһы тигән тар ҡарашты киңәйтеү өсөн дә бик урынлы булыр был реставрация.
Салауат Юлаев һәйкәле асылған көн менән!
Сегодня для меня особенный день — я завершаю свою работу на посту руководителя Администрации Главы республики и перехожу на новую должность, с новыми сложными и интересными задачами.
Шесть лет, проведённые в Башкортостане, стали важной и насыщенной частью моей жизни. За это время я не только обзавёлся новыми друзьями, но и приобрёл бесценный опыт. Я искренне полюбил красоты башкирского края, его уникальную культуру и богатую историю.
Сердечно благодарюГлаву республики Радия Фаритовича Хабирова за доверие и возможность служить на благо и процветание жителей нашей замечательной республики. Это важный опыт для меня, который безусловно, пригодится в будущем.
Особую признательность хочу выразить Премьер-министру Правительства Андрею Геннадьевичу Назарову и всем коллегам, которые поддерживали меня, делились мудрыми советами и помогали в работе. В Башкортостане живут удивительные, добрые люди, и я горжусь тем, что имел возможность быть частью этой дружной команды.
Башкортостан занял особое место в моём сердце, и я уношу с собой только самые тёплые и светлые воспоминания.
Спасибо вам за всё!
Кисә-бөгөн ТГ-каналдар, айырым аналитиктарҙың, бигерәк тә сит илдән аҡыл һатҡандарҙың яҙғандарын ҡарап сыҡтым да Мортаза Рәхимов булһа, халыҡсан ғына итеп ауыҙҙарын яптырыр ине тип уйлап ҡуйҙым. Юҡ-бар һөйләп баш ҡатырғандарға уның һүҙе ҡыҫҡа һәм хап-халыҡсан була торғайны «БУҠ СӘЙНӘМӘГЕҘ!»
Ваҡытында Рәхимов тураһында ла нимә генә һөйләмәнеләр. Хатта ялда булыпмы, әллә сирләү сәбәплеме, аҙна самаһы киң мәғлүмәт сараларында эшмәкәрлеге яҡтыртылмай торғанда «Рәхимов үлгән икән» тип хәбәр сығарҙылар). Интернет, социаль селтәрҙәр булмағас – имеш-мимештәр ул саҡта «боҙоҡ телефон» аша таралды.
Рәсми мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән «Комсомольская правда» гәзитенең Башҡортостандағы редакцияһы (ә етәксеһе ул ваҡытта Рәүфә Рәхимова ине), әлбиттә, тынлыҡ һаҡланы. Тикшерелмәгән, раҫланмаған мәғлүмәтте, йәғни фейк таратмау – ысын журналистар өсөн ул ваҡытта ла алтын ҡағиҙә ине.
Кем өсөндөр нимәлер үҙгәреүе ошо миҫалда ап-асыҡ күренеп тора. Рәсми мәғлүмәт саралары элекке көн республика етәксеһен награда алыуы менән ҡотланы ла, кисә ҡәҙимгесә үҙ эштәрен дауам итте. Шул иҫәптән, Башҡортостан Башлығы эшмәкәрлеген яҡтыртты. Ә айырым мәғлүмәт сығанаҡтары Хәбировты үҙҙәренең хыялдарындағы отставкаға ебәреү йырын йырланы.
Хөрмәтле йәмәғәт, үҙҙәрен иң ғәҙел һәм яңылыҡтарҙы иң оператив еткереүсе мәғлүмәт сараһы тип танытыусыларҙың бөтәһенә лә ышанып, улар яҙғанды чаттан-чатҡа һелтәп йонсомағыҙ.
Радий Хәбировты вазифаһынан бушатыу өсөн бер сәбәп тә юҡ. Эш уға барһа, ил Президенты Өфөгә килеп, килһә – республика етәксеһе менән айырым осрашыу үткәреп тормаҫ ине. Икенсенән, Рөстәм Хәмитов Мәскәүгә барып отставка буйынса ғариза яҙып ҡайтҡанында түшенә миҙал-орден ҡаҙап торманылар. Ул үҙе лә ҡайтты ла, шул уҡ сәғәтендә отставкаға китеүе тураһында хәбәр итте. Һорау Мәскәүҙә хәл ителһә, бында ваҡыт һуҙыуҙан бер фәтеүә юҡ!
Рәхимовтың коронный фразаһын ҡабатлап тормайбыҙ, бөтәгеҙгә лә матур ялдар теләйбеҙ?!
Ней ите, ней һөтө. Тағы ла эт тиһәң йөнө, әҙәм тиһәң йүне юҡ тиҙәрме әле? Үҙен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип иҫәпләгән Ирек Ағишев тураһында шулай тип яҙһаҡ, ныҡ ҡаты булырмы икән. Но... шулай тимәһәң дә булмай.
1 ноябрҙә Салауат Юлаев һәйкәле янынына халыҡ йыйып маташҡан ул. Маҡсаты - һәйкәлде ҡайҙалыр алып китмәй, урында ғына реставрациялауҙы талап итеү. Шулай итеп, милли активистар һәйәлде реставрациялауҙың мөһимлеген инҡар итмәй. Әммә власть яғына таш атыу өсөн сәбәп кенә эҙләп йөрөгәстен, буш ерҙә яңы шау ҡуптарыу өсөн изем генә кәрәк бит. Шулай итеп айырым төркөмдәр “ә ни өсөн һәйкәл ниндәйҙер цехта ремонтланырға тейеш, юҡ, беҙ быға юл ҡуймайбыҙ, урында ғына эшләһендәр” тип хәл итә. Шулай итеп, Ирек Ағишевтың мөрәжәғәт әҙерләү өсөн нийәтләнгән «халыҡ йыйынына» саҡырыуҙы ҡабул итеп, халыҡтың үҙе әйтмешләй һин дә мин, ибн Әмин килә.
Нийәте тормошҡа ашмағас, үҙен бөйөк йәмәғәт эшмәкәре, милли хәрәкәт лидеры тип иҫәпләгән Ирек Ағишев чаттарҙа баймаҡтарға ташлана. Йәнәһе лә һеҙ Салауат Юлаев һәйкәлен яҡлап сыҡманығыҙ ҙа, саҡырыуҙы ҡабул итеп Өфөгә килмәнегеҙ.
Бер кем тарафынан танылмаған хөрмәтле үә ғиззәтле әүҙемсе, әйтер һүҙебеҙ һеҙгә. Баймаҡтар, власть вәкилдәрен ҡурҡытыусы бапаҡ түгел. Үҙегеҙҙе аҡыллыға ҡуйып, баймаҡтарға ҡулланыусы мөнәсәбәт менән ҡарарға һеҙ генә етмәгәйнегеҙ. Улар һеҙҙең кеүек үк фекерләгән, дөрөҫ, күпкә йәшерәк һәм ялҡынлыраҡ активистың һүҙен бер тыңлап сходҡа йыйылды инде. Һөҙөмтә барыбыҙға ла мәғлүм.
Милләтебеҙ киләсәге, милли символдар тураһында хәстәрләйһегеҙ икән, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарай башларға ваҡыт. Ну или үҙегеҙгә айнығырға...
Тағы ла көтмәгәндә, уйламағанда ҡыш килде❄️ Өфөнөң әлеге мэры ла тәүге ҡар матурлығына ҡарап һоҡлана алмай тоже йоҡлай ҙа ҡала шикелле. Өфө лимонарийында помпельмус бешкән тигәс тә , урамда ноябрь икәнен дә оноторға ярамай?.
Бөгөн билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең береһе Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровтың тыуыуына 100 йыл.
Ул хәҙерге Баймаҡ районының бәләкәй генә Ямаш ауылында тыуа.
З. Аҡназаров БАССР министрҙар советы рәйесе вазифаһында теүәл сирек быуат эшләй. 1962 йылдың февралендә - 38 йәшендә ошо вазифаға килә һәм 1986 йылға тиклем республика хөкүмәте менән етәкселек итә. Зекериә Аҡназаров һуғыштан һуңғы йылдарҙа республика үҫешен зур өлөш индергән, Башҡортостан тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе.
Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon
Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy
Last updated 1 month, 3 weeks ago
3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338
Last updated 1 year, 4 months ago