Башҡортса Ҡөрьән

Description
Ҡөрьән аяттарының ҡыҫҡаса аңлатма менән яҡынса мәғнәүи тәржемәһе.
Advertising
We recommend to visit

Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon

Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy

Last updated 2 weeks, 2 days ago

ҚР ҒЖБМ Ұлттық тестілеу орталығы

Last updated 2 months, 1 week ago

3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338

Last updated 1 year, 1 month ago

1 month, 1 week ago

200)(Ғибәҙәт) йолаларын үтәп бөткәс, Аллаһты иҫкә алығыҙ, ата-бабаларығыҙҙы иҫкә алған кеүек[ Исламға тиклем ғәрәптәр хаж йолаларын атҡарып сыҡҡандан һуң, ата-бабаларын маҡтап телгә алыр булғандар.], хатта унан да яҡшыраҡ итеп. Кешеләр араһында былай тип әйтеүселәр бар: «Раббыбыҙ! Беҙҙе был донъяла бүләклә!» (улар был донъя өсөн генә йәшәй). Уларҙың Әхирәттә өлөшө булмаҫ.
201)Улар араһында былай тип әйтеүселәр бар: «Раббыбыҙ! Беҙгә был донъяла рәхәтлек бир һәм Әхирәттә рәхәтлек бир. Тамуҡ ғазабынан арала!»
202)Уларға үҙҙәре тапҡан нәмә насип. Аллаһтың хисабы тиҙ!
* Ғибәҙәт йолаларын үтәп бөткәндән һуң, һәр бер кеше Аллаһтан, ебәргән хата-кәмселектәре, етешһеҙлектәре өсөн, ғәфү үтенергә тейеш. Ниҙелер атҡарып сыҡҡанһың икән, быны үҙеңдең ҡаҙанышың тип ҡабул итергә ярамай. Бының өсөн Аллаһты маҡтарға кәрәк.
Доға ҡылғанда кешеләрҙең маҡсаты төрлө булырға мөмкин. Артабан Аллаһ шул турала хәбәр итә. Кемдер был донъяның ғына рәхәтлектәрен һорай. Улар өсөн Әхирәттә бер ниндәй ҙә хәйерле нәмә булмаясаҡ. Сөнки үҙҙәре теләп уларҙан баш тартҡандар. Кемдер Аллаһтан был донъяла ла, Әхирәттә лә рәхәтлек биреүен һорай. Улар диндәре өсөн дә борсола, донъя тип тә тырыша. Был кешеләрҙе барыһы ла, үҙҙәре теләгән нәмәләрен аласаҡ.
Донъя рәхәтлектәренә хәләл ризыҡ һәм байлыҡ, хаҡ юлда булған тормош иптәше, игелекле бала, тыныс тормош, файҙалы ғилем, изге ғәмәлдәр һ.б яҡшы нәмәләр инә. Әхирәттәге рәхәтлектәр тигәндә ҡәбер ҡазабынан ҡотолоу, Ҡиәмәт көнөндә оятҡа ҡалмау, Аллаһҡа яҡын булыу, мәңгелек Йәннәткә өлгәшеү күҙ уңында тотола. Был аятта телгә алынған доға бик тәрән мәғәнәгә эйә. Ул - камил доғаларҙың береһе. Пәйғәмбәребеҙ ﷺуны һәр ваҡыт ҡабатлар булған һәм башҡаларҙы ла ошоға саҡырған.

©t.me/bashkuran

#әл_баҡара
#әл_баҡара_200_202

1 month, 1 week ago

197)Хаж - билдәле айҙар (шәүүәл, ҙүл-ҡәғдә һәм ҙүл-хиджәнең тәүге ун көнө). Кем (ихрам хәленә инеп) ошо айҙарҙа хаж ҡылырға ниәтләгән, шул хаж ваҡытында енси бәйләнешкә инергә, гонаһ ҡылырға һәм (нәфрәткә юл асып) бәхәс ҡуптарырға тейеш түгел. Ниндәй генә изге нәмә эшләһәгеҙ ҙә, Аллаһ был турала белә. Үҙегеҙ менән (хаж өсөн) кәрәк-яраҡтарығыҙҙы алығыҙ. Ләкин иң кәрәклеһе - ул тәҡүәлек. Ҡурҡығыҙ Минән, эй, аҡыл эйәләре!
Аллаһ Тәғәлә хаждың билдәле бер айҙарҙа эшләнеүе тураһында хәбәр иткән. Әммә уларҙы һанап тормаған. Сөнки ғәрәптәр хаж тураһында Ибраһим (ғәләйһис-сәләм) ваҡытынан уҡ белә. Күп кенә ғалимдар фекеренсә, шәүүәл, ҙүл-ҡәғдә һәм ҙүл-хиджәнең тәүге ун көнө хаж айҙары булып тора. Кемдер, ихрам хәленә инеп, хаж ҡылырға ниәтләһә, мотлаҡ был ғәмәлде тамамлап ҡуйырға тейеш. Хажи ихрамын боҙорҙай һәм әжерен кәметерҙәй ғәмәлдәрҙән ары торорға тейеш. Ул енси бәйләнештән ары торорға тейеш. Теләк уятырҙай матур һүҙҙәрҙе лә ҡулланмау хәйерле. Шулай уҡ ихрам ваҡытында тыйылған ғәмәлдәрҙән дә баш тартыу тейешле. Кем менәндер һүҙ көрәштереү ҙә хәйерлегә алып килмәй. Сөнки шул арҡала үҙ-ара нәфрәт уяна, асыу ҡабара.
Аллаһҡа яҡынайыу өсөн, гонаһтарҙан баш тартыу ғына етмәй. Кеше изге ғәмәлдәр ҙә ҡылырға тейеш. Һәр бер изгелегебеҙҙе Аллаһ Тәғәлә күреп тора. Изге ерҙәрҙә булғанда күберәк намаҙҙар уҡырға, ураҙалар тоторға, саҙаҡа таратырға, башҡаларға һүҙ һәм ғәмәл менән ярҙам итергә тырышырға кәрәк.
Артабан Аллаһ Тәғәлә хаж ғәмәленә кәрәк-яраҡтарыңды йыйнап, әҙерләнеп барырға ҡуша. Ул сағында кемдеңдер ярҙамына артыҡ мохтаж булмайһың, иғтибарыңды ситкә йүнәлтмәйһең. Әммә был донъяла ла, Әхирәттә лә иң кәрәклеһе - тәҡүәлек.
Тәҡүәлекте маҡтағандан һуң, Аллаһ аҡылы булған кешеләрҙе Раббыларынан ҡурҡырға саҡыра. Сөнки аҡылы менән эш иткән кеше иң тәү сиратта Аллаһ Тәғәләнән ҡурҡасаҡ. Тәҡүәһеҙлек иһә - наҙанлыҡ билдәһе.
198)Раббығыҙҙың мәрхәмәтен эҙләү - һеҙҙең өсөн гонаһ түгел (хаж көндәрендә сауҙа менән булышыу, аҡса эшләү гонаһ булмай). (Ҡояш байығандан һуң) Ғәрәфәттән ҡайтҡас, әл-харам ерендә (Мүздәлифәлә) Аллаһты зикер итегеҙ. Зикер итегеҙ Уны, сөнки Ул һеҙҙе тура юлға баҫтырҙы. Быға тиклем һеҙ аҙашыусыларҙан инегеҙ.
Хаж ваҡытында ла, былай көндәрҙә лә хәләл булған донъяуи эштәр менән булышыу тыйылмай. Әммә был кешегә Раббыһы алдындағы бурыстарын үтәргә ҡамасауларға тейеш түгел. Шуны иҫтә тотоу ҙа мөһим: ризыҡ - Аллаһтың мәрхәмәте. Ризыҡ табыу кешенең оҫталығынан ғына тормай. Аҡса эшләй белеү һәләте - бары тик Аллаһ тыуҙырған сәбәп кенә.
Артабан һүҙ Ғәрәфәттә булғандан һуң, ҡояш байығас, Мүздәлифәгә барыу тураһында бара. Зикер итеү тигәндә унда уҡыласаҡ фарыз һәм өҫтәлмә намаҙҙар, иртәнге намаҙҙан алып, таңға тиклем Аллаһҡа мөрәжәғәт итеүҙәр, Уны маҡтауҙар күҙ уңында тотола.
Аллаһ тура юлға баҫтырған өсөн, Уға һәр ваҡыт тел һәм йөрәк менән рәхмәтле булырға, Уны маҡтап телгә алырға кәрәк.
199)Артабан башҡа кешеләр ҡуҙғалып киткән ерҙән ҡуҙғалып китегеҙ. Һәм Аллаһтан кисереү һорағыҙ. Дөрөҫлөктә, Аллаһ - Кисереүсе, Рәхимле!
* Артабан хажиҙар Ибраһим (ғәләйһис-сәләм) ваҡытында кешеләр ҡайҙан ҡуҙғалған, шунан ҡуҙғалып китә. Ғәрәптәр Мүздәлифәнән ҡайҙа барырға кәрәклеген бик яҡшы белгән. Артабан хажиҙар таш ташлай, ҡорбан сала, Кәғбә тирәләй тауаф ҡыла, Сафа һәм Мәрүә араһында йүгерә, өс көн Минала ҡуна ҡала һәм ҡалған ғәмәлдәрҙе башҡарып ҡуя. Ошолар менән хаж тамамланғас, Аллаһ хажиҙарға күп тапҡырҙар истиғфар ҡылырға һәм зикерҙәр эшләргә ҡуша. Хаж ваҡытындағы етешһеҙлектәр өсөн ғәфү үтенергә һәм ошондай оло ғәмәлде башҡарырға мөмкинлек биргәнгә Аллаһҡа зикер итергә кәрәк.

©t.me/bashkuran

#әл_баҡара
#әл_баҡара_197_199

1 month, 2 weeks ago

196)Аллаһ хаҡына хаж һәм ғөмрә ҡылығыҙ. Ауырлыҡҡа дусар булһағыҙ (ихрам хәлендә булып та ниндәйҙер сәбәп менән хаж йә ғөмрә ҡыла алмаһағыҙ), хәлегеҙҙән килгәнсә (үҙегеҙ өсөн еңел булған хайуанды һайлап) ҡорбан салығыҙ. Ҡорбанлыҡ үҙ урынына (әл-Харам еренә) барып етмәйенсә, башығыҙҙы ҡырмағыҙ. Кемегеҙҙе ауырыһа йәки башынан сыҙамаһа (шул арҡала сәсен ҡырып ташларға мәжбүр була ҡалһа), фидйә булараҡ йә (өс көн) ураҙа тотһон, йә (ун фәҡирҙе ашатырлыҡ) саҙаҡа бирһен, йә (әл-Харам ерендәге мохтаждарға таратырға) ҡорбан килтерһен. Именлектә булһағыҙ инде, хаж алдынан (хадж әт-тәмәттүғ) ғөмрә ҡылыусы һәр кем хәленән килгәнсә (үҙенә еңел булғанын һайлап) ҡорбан салһын. Кемдер (ҡорбанға килтерерҙәй нәмә) тапмаһа, хаж ваҡытында - өс, әйләнеп ҡайтҡас ете көн ураҙа тотһон. Бына - тулы ун көн. Был ғаиләләре әл-Харам мәсете эргәһендә йәшәмәүселәргә ҡағыла. Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм белегеҙ: Аллаһ - ҡаты яза биреүсе!
*Артабан Аллаһ хаж һәм ғөмрәгә ҡағылған мәсьәләләрҙе телгә ала. Был аяттан сығып, бер нисә һығымта яһарға мөмкин:
1.Хаж һәм ғөмрә - мотлаҡ булған бойороҡтарҙың береһе.
2.Хаж менән ғөмрә Пәйғәмбәребеҙ ﷺөйрәткәнсә ҡылынырға тейеш.
3.Кемдер хаж йә ғөмрә ҡыла башлаған икән, үҙ ирке менән (добровольно) эшләнгән хәлдә лә, уны аҙағына еткереп ҡуйырға тейеш.
4.Хажи хаж һәм ғөмрәһен бөтә фарыз һәм нәфел ғәмәлдәре менән бергә тулыһынса эшләп бөтөргә тейеш.
5.Хажы ихлас күңелдән Аллаһ өсөн ҡылынырға тейеш.
6.Хажи, мәжбүр итерлек хәл булмаһа, ваҡытынан алда ихрамдан сығырғы тейеш түгел.
Хажи ауырып китеп, йә дошман менән осрашыу арҡаһында, йә аҙашып хаж ҡылыр өсөн Кәғбәгә барып етә алмаһа, ҡорбанлыҡ мал салырға тейеш. Бындай осраҡта бер хажи һарыҡ сала ала. Йә иһә ете хажи бер дөйәне йәки бер һыйырҙы ҡорбан итергә мөмкин. Шунан улар ихрам хәленән сыға. Әгәр ҙә хажиның ҡорбан килтерерлек мөмкинлеге булмаһа, ул ун көн ураҙа тоторға тейеш.
Ихрам мәлендә башты ҡырыу тыйыла. Шулай уҡ тәндәге төрл сәс төктәрен йолҡоп ташларға ла, тырнаҡты ҡырҡырға ла ярамай. Әгәр ҙә хаж ваҡытында хажи ауырып китһә йә хәле насарайһа һәм бынан сәсен ҡырып ташлау менән генә ҡотола алһа, уға фидйә булараҡ өс ғәмәлде һайларға мөмкин:
1)Ҡорбан салыу
2)Ун фәҡирҙе ашатыу
3)Өс көн ураҙа
Аллаһ шулай уҡ хажиҙарға хаж (хаж тәмәттүғ, хаж ҡыран) ваҡытында ҡорбан салырға кәрәклеге тураһында ла әйтә. Ҡорбан салырлыҡ мөмкинлек булмаған хәлдә хаж ваҡытында - өс, хаждан ҡайтҡас ун көн ураҙа тоторға кәрәк. Хаж ваҡытында Зөлхизә айының етенсе, һигеҙенсе һәм туғыҙынсы көнөндә ураҙа тотоу яҡшыраҡ.

©t.me/bashkuran

#әл_баҡара
#әл_баҡара_196

9 months, 1 week ago

189)(Эй, Пәйғәмбәр!) Улар һинән яңы тыуған айҙар тураһында һорай. Әйт: “Улар кешеләргә ваҡыт арауығын билдәләй һәм хаж өсөн”. Өйҙәргә артҡы яҡтан инеү диндарлыҡ түгел, ләкин тәҡүәле булғандар диндарҙыр. Өйҙәргә ишек аша инегеҙ һәм Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Уңышҡа өлгәшеүселәрҙән булырһығыҙ, бәлки.
Кешеләр Пәйғәмбәрҙән яңы айҙың файҙаһы йәки яңы ай тыуыуы тураһында һорай. Беренсенән, был ваҡыт арауығын билдәләү өсөн. Ай башында нәҙек кенә ярым ай күренә. Ул айҙың уртаһына тиклем ҙурая. Шунан һуң тулы ай бәләкәйсәйә башлай. Икенсенән, айға ҡарап кешеләр ураҙаның, хаждың башланғанын белә, тол һәм айырылған ҡатындар ғиддә ваҡытын билдәләй.
Артабан Аллаһ өйҙәргә артҡы яҡтан инеүҙең диндарлыҡ түгел икәнен хәбәр итә. Йәһиллек ваҡытында Мәҙинә йәшәүселәр һәм башҡа ғәрәптәр хаж ваҡытында ихрам хәленә кергәс, өйҙәргә ишек аша инмәҫ булған. Ошолай эшләү диндарлыҡ билгеһе, Аллаһҡа яҡынайыу ғәмәле тип иҫәпләгән улар. Әммә Раббыбыҙ быны эшләргә ҡушмаған. Дин беҙгә еңел, ябай итеп бирелгән.
Аллаһ шулай уҡ тәҡүәле булырға ҡушҡан. Сөнки тап Ул ҡушҡанды үтәү, тыйғанынан тыйылыу диндарлыҡ билдәһе булып тора ла инде. Аллаһтан ҡурҡмаған кеше һис ҡасан уңышҡа өлгәшә алмаясаҡ.
190)Һеҙгә ҡаршы һуғышыусылар менән Аллаһ юлында һуғышығыҙ. Әммә сиктән уҙмағыҙ. Дөрөҫлөктә, Аллаһ сиктән уҙыусыларҙы яратмай.
Был аят мосолмандар Мәҙинәгә күсеп барғандан һуң төшөрөлә. Был ваҡытта уларҙың ярайһы уҡ көсө була. Әр-Рәбиғ ибн Әнәстең киләһе һүҙҙәре билдәле: «Был - Мәҙинәлә төшөрөлгән һуғыш алып барыу тураһындағы тәүге аят. Ошо аят төшөрөлгәндән һуң Аллаһ Рәсүле үҙенә ҡаршы сығыусылар менән һуғышты. Уға ҡаршы һуғышмағандарҙы иһә, тыныслыҡта ҡалдыра ине».

©t.me/bashkuran

#әл_баҡара
#әл_баҡара_189_190

9 months, 1 week ago

187)Һеҙгә (Рамаҙан айының) ураҙа төнөндә ҡатындарығыҙ менән яҡынлыҡ ҡылыу рөхсәт ителде. Улар (ҡатын-ҡыҙҙар) - һеҙҙең өсөн кейем, һеҙ (ир-егеттәр) - улар өсөн кейем. Аллаһ (үҙ-үҙегеҙгә хыянат итеп) үҙ-үҙегеҙҙе алдыуығыҙҙы белде. Шуға күрә Ул тәүбәләрегеҙҙе ҡабул ҡылды һәм һеҙҙе ғәфү итте. Бынан һуң улар (ҡатындарығыҙ) менән яҡынлыҡ ҡылығыҙ һәм Аллаһтың ҡушҡанына ынтылығыҙ. Таңдың аҡ ебен ҡараһынан айыра башлағансы ашағыҙ һәм эсегеҙ, шунан һуң төнгә (мәғриб намаҙы ваҡыты ингәнсе) тиклем ураҙа тотоғоҙ. (Бер нисә көнгә ғибәҙәт өсөн) мәсеттәрҙә ҡалғынығыҙҙа улар (ҡатындарығыҙ) менән яҡынлыҡ ҡылмағыҙ. Аллаһ ҡуйған сиктәр ана шундай, (ошо сиктәргә) яҡынламағыҙ. Аллаһ шулай итеп аяттарын кешеләргә аңлата. Бәлки, ҡурҡырҙар улар.
Ураҙа фарыз ителеүҙең тәүге осоронда мосолмандарға төнгө намаҙға йәки йоҡлап киткәнгә тиклем генә ашау-эсеү һәм яҡынлыҡ рөхсәт ителгән. Әммә был ҡайһы берәүҙәр өсөн ныҡ ауыр тойолған.
Аллаһ ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙы бер-береһенең кейеме тип атай. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә “кейем” тигәндә “тынысланыу” күҙ уңында тотола. Шулай уҡ ул һүҙҙең “япма, бөркәнсек” тигән мәғәнәлә килеүе тураһында ла фекер бар.
Әбү Исхаҡ еткергән бер хәҙис бар: әл-Бар инб Әзиб ошолай тип һөйләгән: «Мөхәммәдтең сәхәбәләренең береһе ураҙа тотоп йөрөп тә, ауыҙ асыр ваҡытта ашамай-эсмәй йоҡлап китһә, уға был төнд лә, киләһе көндә лә кискә тиклем ашарға ла, эсергә лә ярамай торған ине. Шулай бер көндә Ҡайс бин Сирмә әл-ансари ураҙа тотоп йөрөнө. Ауыҙ асыр ваҡытта ҡатынына килгән дә: “Ашарға берәй нәмә бармы?” - тип һораған. Уныһы: “Бер нәмә лә юҡ. Хәҙер барып эҙләп киләм,” - тигән. Ҡайс көнө буйы эшләп йөрөгән, шуға күрә күп тә үтмәй йоҡлап та киткән. Кире әйләнеп ҡайтҡан ҡатыны уны күргәс: “Уңайы тура килмәне инде һиңә!” - тип әйткән. Киләһе көндөң яртыһында Ҡайс иҫен юйып ҡолаған. Был турала Пәйғәмбәргә хәбәр иткәндәр. Шул хәлдән һуң ошо аят төшөрөлдө (“Әл-Баҡара”, 187)...»
«Аллаһтың ҡушҡанына ынтылығыҙ» Ҡайһы бер сәхәбәләр бында бала тураһында һүҙ бара тип әйткән. Шулай уҡ Аллаһ рөхсәт иткән нәмәләр күҙ уңында тотола тигән фекер ҙә бар. Ир-егет менән ҡатын-ҡыҙҙың яҡынлыҡ ҡылыуы ла шунда инеп китә.
Аллаһ Тәғәлә ураҙа тотоусыларға таң һыҙығы төн ҡараңғылығынан айырыла башлағансы ашап-эсеүҙе, яҡынлыҡ ҡылыуҙы рөхсәт иткән. Бында аллегория формаһында ҡара һәм аҡ еп ҡулланыла. Иң тәүҙә кешеләр аяҡтарына ошондай ептәрҙе бәйләп ҡуйып, уларҙы айыра башлағансы ашағандар. Аҙаҡ Аллаһ “таңдың (минәл-фәджр) һүҙен төшөргән. Шунан һуң ғына кешеләр бында төн ҡараңғылығы һәм көн яҡтыһы тураһында һүҙ барыуын аңлаған.
Сәхәрҙе ҡалдырмау яҡшыраҡ. Уны аҙаҡҡа тиклем, йәғни, ваҡыты бөтә торған мәлгә тиклем ҡалдырыу тағы ла хәйерлерәк.
Артабан һүҙ иғтикәф, ғибәҙәт ҡылыу өсөн Рамаҙандың һуңғы ун көнөндә мәсеттә ҡалыу, тураһында бара. Ул ваҡытта мосолман бөтөнләй тиерлек донъяуи эштәрҙән баш тарта. Был осорҙа ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылыу иғтикәфте ғәмәлдән сығара.
Рамаҙан айында көндөҙ ашап-эсеүҙең, яҡынлыҡ ҡылыуҙың тыйылыуы - Аллаһ ҡуйған сиктәр. Уларға яҡынларға ярамай. Раббыбыҙ Үҙенең аяттары аша хәҡиҡәттең һәм ялғандың ҡайҙа икәнен күрһәтә. Быны аңлаған кеше тәҡүәлеләрҙән булырға тейеш.
188)Бер-берегеҙҙең мал-мөлкәтен хаҡһыҙ ашамағыҙ. Белә тороп гонаһ эшләп, кешеләрҙең малын ашау өсөн, (һеҙҙең файҙаға ҡарар сығарһын тип) хөкөм итеүселәрҙе һатып алмағыҙ.
Аллаһ мосолмандарға хаҡһыҙ рәүештә башҡаларҙың мал-мөлкәтен алыуҙы тыя. Бында тартып йә урлап алыу ҙа, аманат итеп тапшырылғанды йә ваҡытлыса ҡулланырға биреп торғанды үҙләштереү ҙә инә. Аллаһтың был тыйыуы риба ашаусыларға ла, ҡомарлы уйын уйнаусыларға ла ҡағыла. Һатып-алыу эшендә мутлашыусылар ҙа ошонда инеп китә. Был тыйыу эшселәреңә тейешле аҡсаһын түләмәй, үһ кеҫәңә тығыуға ла ҡағыла.
Ниндәйҙер мөлкәткә хаҡың юҡ икән, уны суд аша алыу ҙа дөрөҫ булмай. Сөнки хөкөм итеүсенең ҡарары Аллаһ харам иткәнде хәләл итә алмай. Бындай гонаһҡа батыусыларҙы ҡаты яза көтә.

©t.me/bashkuran

#әл_баҡара
#әл_баҡара_187_188

9 months, 1 week ago

186)(Эй, Пәйғәмбәр!) Һинән ҡолдарым Минең турала һорайҙар икән, (белһендәр:) Мин яҡынмын һәм Миңә доға ҡылыусының саҡырыуына яуап бирәм. Улар Миңә яуап бирһендәр һәм иман килтерһендәр. Моғайын, тура юлдан барырҙар.
* Бер нисә сәхәбә Пәйғәмбәрҙән Раббылары тураһында һораған. “Аллаһ Рәсүле! Раббыбыҙ яҡын булһа, беҙ Уның менән шыбырлап ҡына һөйләшербеҙ. Алаҫ булһа, ҡысҡырып өндәшербеҙ,” - тигән улар. Шунан һуң Аллаһ Тәғәлә Үҙенең яҡын булыуын, бар нәмәне лә күреп тороуын хәбәр иткән. Уға бөтә серҙәр ҙә, йәшерен уйҙар ҙа билдәле. Йөрәктә нимә булғанын, ҡараштың йәшерен генә ҡайҙа төшкәнен дә Ул белеп тора.
Аллаһ ҡолдарына яҡын һәм доғаларға яуап бирә. Доға ике төрлө була:
1)Ғибәҙәт аша доға
- Аллаһтың ризалағын, Ожмах баҡсаларын теләгәнгә намаҙ уҡыйбыҙ
2)Ҡулдарҙы күтәреп доға ҡылыу.
Аллаһ, мосолмандарға ғына түгел, бөтә ҡолдарына ла яҡын. Әммә Уға ғибәҙәт ҡылғандар ғына юғары дәрәжәгә ирешә ала.
Әгәр ҙә кеше ихласлап Аллаһҡа доға ҡылһа, доғаһы һис шикһеҙ ҡабул буласаҡ. Әммә быға ҡамасау тыуҙырырлыҡ шарттар булырға тейеш түгел. Мәҫәлән, харам нәмә тураһында һорарға ярамай, ризығың хәлә булырға тейеш. Гонаһтарҙан баш тартыу, изге эшкә ынтылыу доғаның ҡабул булыуын тиҙләтә.
Аллаһ ҡолдарын Уға ғына ғибәҙәт ҡылырға хаҡ дингә тотонорға ҡуша. Кеше шул саҡырыуға яуап бирергә тейеш. Шул саҡта ғына Аллаһ уны тура юлдан алып барыр.

©t.me/bashkuran

#әл_баҡара
#әл_баҡара_186

9 months, 1 week ago

184)(Ураҙа тотор) көндәрҙең һаны билдәле. Әгәр ҙә кемегеҙҙер ауырыһа йәки сәфәрҙә булһа, башҡа ваҡытта ҡалдырған көндәр һанына торошло ураҙаһын тотоп ҡуйһын. Ә инде (ҡартлыҡ йәки ҡаты сир арҡаһында[ Тәфсирҙәрҙең береһе]) кемегеҙгәлер ураҙа ауыр бирелһә, уға фидйә булараҡ (һәр тотмай ҡалған көн өсөн) меҫкенде ашатырға кәрәк. Кемдер үҙ ирке менән изге эш ҡылһа, үҙенә яҡшыраҡ. Әммә ураҙа тотоуығыҙ хәйерлерәк, белһәгеҙ ине шуны!
Аллаһ Тәғәлә ураҙаның һанаулы көндәр генә барыуы һәм еңел булыуы тураһында хәбәр итә. Ауырығандарға һәм сәфәрҙә булғандарға ҡалдырған көндәрен аҙаҡ тотоп ҡуйырға мөмкин. Сир һәм алыҫ юл кешенең хәлен ала, ауырлыҡтар тыуҙыра. Шуға күрә Аллаһ бындай көндәрҙә ураҙа тотмай торорға рөхсәт итә. Әммә ураҙаның файҙаһы бик ҙур. Шуға күрә Аллаһ ауырып бөткәс йәки юлдан ҡайтҡас, ҡалдырған көндәрҙе тотоп ҡуйырға ҡуша. Рамаҙан айындағы ураҙаның көндәре һанаулы тинек. Тимәк, бурыстарҙы был ай тамамланғас үтәп ҡуйыу кәрәкле. Ҡалдырылған көндәр иҫәбенән сығып, башҡа айҙарҙа тотоп ҡуйырға мөмкин. Әгәр ҙә Рамаҙан айының ниндәйҙер көнөндә ярты көн генә тоттоң да, ярты көнөн ураҙаһыҙ үткәрҙең икән, аҙаҡ тулы көндө ҡайтараһың. Ҡалдырған оҙон һәм эҫе көндәрҙәге ураҙаны, ҡыҫҡа һәм һалҡынса көндәрҙә тотоп ҡуйырға мөмкин, һәм - киреһенсә.
Мосолмандарға ураҙа тоторға ҡушылғас та, Аллаһ уларға ниндәйҙер көндәрҙе ҡалдырып, урынына меҫкендәрҙе ашатыуҙы рөхсәт иткән. Сөнки ул ваҡытта күптәр ураҙа тотоп өйрәнмәгән, быны ауыр ғәмәл тип күргән. Шуға ла Хикмәтле Аллаһ уларҙы яйлап ҡына әҙерләгән. Бер ни тиклем ваҡыт ураҙа тотоу урынына ярлыларҙы ашатыу рөхсәт ителгән. Аллаһ улар өсөн ураҙа тотоуҙың яҡшыраҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Аҙаҡ инде Ул хәленән килгән һәр бер мосолманға ураҙаны фарыз итә.
Был аяттың тағы ла бер тәфсире бар. Уның буйынса, аятта әйтелгәндәр ныҡ өлкән кешеләргә һәм ҡаты сир йәки башҡа ауырлыҡтар арҡаһында ураҙаны күтәрә алмаҫтай кешеләргә ҡағыла. Улар, фидйә булараҡ, һәр бер ҡалдырған көн өсөн, бер меҫкенде ашатырға тейеш. Бер көндә бер нисәүһен ашатырға ла була.
185)Рамаҙан айында кешеләргә тоғро ҡулланма, тоғро ҡулланмалағы асыҡ дәлилдәр һәм (дөрөҫлөктө ялғандан) айырыу булараҡ Ҡөрьән төшөрөлдө. Кемегеҙ был айға килеп етә, шул ураҙа тоторға тейеш. Ә кемегеҙҙер ауырыһа йәки сәфәрҙә булһа, башҡа ваҡытта ҡалдырған көндәр иҫәбенә ураҙаһын тотоп ҡуйһын. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ауырлыҡ теләмәй. Ул билдәле көндәр һанын аҙаҡҡаса еткереп ҡуйыуығыҙҙы һәм, һеҙҙе тура юлға баҫтырған өсөн, Аллаһты ололауығыҙҙы теләй. Шөкөр итеүселәрҙән булырһығыҙ, бәлки.
Рамаҙан айындағы ураҙа фарыз ителгән. Ошо изге айҙа Аллаһтың мәрхәмәте булараҡ Ҡөрьән төшөрөлгән. Был Изге Китап кешеләр өсөн тура юл ҡулланмаһы. Уны аша кеше хәҡиҡәтте аса. Дөрөҫлөктө - ялғандан, тура юлды - аҙашыуҙан, хаҡ динлеләрҙе бәхетһеҙ гонаһлыларҙан айырырға өйрәнә.
Рамаҙан айына тиклем килеп еткән һәр бер мосолман ураҙа тоторға тейеш. Сирлеләргә, алыҫ юлда булғандарға ураҙаларын ҡалдырып торорға рөхсәт ителә. Аллаһ кешеләргә ниндәйҙер ауырлыҡ һалырға теләмәй, еңеллек кенә теләй.
Артабан Аллаһ Рамаҙан айы көндәрен аҙағынаса еткереп ҡуйырға, йәғни, был айҙа тулыһынса ураҙала булырға ҡуша. Сөнки бәғзеләр хаталанып, Рамаҙандың ҡайһы бер көндәрендә генә ураҙа тотһаң да етә, тип уйларға мөмкин. Кеше айҙың башынан алып аҙағына тиклем ошо фарыз ғәмәлде үтәргә һәм, ураҙа тамамланғас, биргән еңеллеге һәм мөмкинлеге өсөн, Аллаһҡа шөкөр итергә тейеш. Шәүүәл айының еткәнен белдереп, яңы ай тыуғандан алып, ғәйет хөтбәһе тамамланғансы Аллаһты бөйөкләү һүҙҙәрен әйтергә кәрәк.

©t.me/bashkuran

#әл_баҡара
#әл_баҡара_184_185

9 months, 1 week ago

182)Кемдер васыят ҡалдырыусының ғәҙелһеҙлегенән йәки гонаһҡа барыуынан ҡурҡып, ике яҡ араһындағы бәхәсте хәл итһә, уға гонаһ булмай. Дөрөҫлөктә, Аллаһ - Ғәфү итеүсе, Рәхимле.
Алдағы аятта ғәҙел васыят ҡалдырыусы тураһында һүҙ барҙы. Кемдер васыят төҙөгәндә ғәҙелһеҙлек күрһәтеп, гонаһ ҡылырға ла мөмкин. Ошондай осраҡта уның эргәһендә булыусылар уны ғәҙеллеккә саҡырырға, мираҫын дөрөҫ итеп бүлергә кәңәш итергә мөмкин. Бында “ғәҙелһеҙлек” (джәнәф) тигәндә белмәйенсә дөрөҫлөктән ситкә тайпылыу күҙ уңында тотола. “Гонаһ” тигәндә - күрәләтәтә тайпылыу. Васыят ҡалдырыусы дөрөҫлөктән баш тарта икән, васыятты үтәүселәр уны үҙгәртеп, ике яҡ та ҡәнәғәт ҡалырлыҡ ҡарарға килергә тейеш. Шулай уҡ мираҫ алыусыларға ғәҙел булмаған васыят ҡалдырыусының Аллаһ алдында яуап тотасағы тураһында иҫләтәләр. Ошолай эшләү кешене гонаһтан аралай. Шуға күрә лә артабан Аллаһ үҙенең Ғәфү итеүсе булыуы тураһында иҫкә төшөрә. Васыят ҡалдырыусы ғәҙелһеҙлек ҡылһа, мираҫ алыусылар араһында ниндәйҙер бәхәс ҡубырға мөмкин. Шул саҡта кемеһелер, үлеп китеүсене Аллаһ алдындағы яуаплылыҡтан ҡотҡарыу өсөн, туғаны файҙаһына, үҙенә тейеш өлөштән баш тарта ала. Бер-береһенә ана шулай миһырбанлы булғандарға Аллаһ та миһырбанлыҡ, мәрхәмәт күрһәтер.
183)Эй, һеҙ, иман килтереүселәр! Һеҙгә тиклем булған өммәттәргә ҡушылған кеүек үк, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз ителде. Тәҡүәлеләрҙән булырһығыҙ, бәлки.
Быға тиклем булған өммәттәргә лә ураҙа тоторға ҡушылған. Сөнки уның файҙаһы бик ҙур. Ураҙа бер мосолмандарҙың ғына иңдәренә төшкә ауыр бер ғибәҙәт төрө түгел. Уның файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Аллаһтың ҡушҡанын үтәп, ураҙа тотҡан мосолман тыйылған ғәмәлдәрҙән баш тарта, тәҡүәлеген көсәйтә.
Ураҙа тәҡүәлеккә нисек тәьҫир итә һуң?
1)Кешегә көндөҙ ашау-эсеү, енси яҡынлыҡ тыйыла. Уның нәфсеһе был нәмәләрҙе бик ярата. Әммә кеше, Аллаһҡа яҡынайыуға һәм Уның әжеренә ирешеүгә өмөт итеп, уларҙың барыһынан да баш тарта. Ошо үҙе үк уның тәҡүәлеген күрһәтеп тора.
2)Ураҙа тотоусы кеше Аллаһтың уны һәр ваҡыт ҡарап тороуын нығыраҡ аңлай. Күңеле теләгән аҙыҡты ашарға, эсемлекте эсергә уға бер кем ҡамасауламай кеүек. Әммә ул бынан баш тарта. Сөнки ул Аллаһ күҙәтеүе аҫтында.
3)Ураҙа ваҡытында шайтандар кеше тәне буйлап тегеләй-былай күсеп йөрөй торған ҡан тамырҙары тарая. Шуға күрә уларҙың кешегә тәьҫире һәм гонаһтар һаны кәмей.
4)Ураҙа ваҡытында кеше ғәҙәттә күберәк изге эштәр эшләп ҡалырға тырыша. Тап яҡшы ғәмәлдәр кешенең тәҡүәлеген күрһәтеп тора ла инде.
5)Аслыҡ бәләһен үҙендә татыған бай кеше фәҡирҙәргә һәм меҫкендәргә нығыраҡ ярҙам итә башлай. Был да тәҡүәлеккә ишара.

©t.me/bashkuran

#әл_баҡара
#әл_баҡара_182_183

We recommend to visit

Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon

Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy

Last updated 2 weeks, 2 days ago

ҚР ҒЖБМ Ұлттық тестілеу орталығы

Last updated 2 months, 1 week ago

3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338

Last updated 1 year, 1 month ago