БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР

Description
Тик башҡорт телендә донъя күргән хикәйәләр, шиғырҙар, видеояҙмалар һәм йырҙар, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, яңылыҡтар! Мәғлүмәттәрҙе, фото-, видеоматериалдарҙы алыу тыйыла.
Advertising
We recommend to visit

Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon

Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy

Last updated 2 weeks, 1 day ago

ҚР ҒЖБМ Ұлттық тестілеу орталығы

Last updated 2 months, 1 week ago

3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338

Last updated 1 year, 1 month ago

3 days, 2 hours ago

Юғары холестериндан яфаланыусыларға бер нисә ябай рецепт. Тик файҙаланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.

Төнәтмәләрҙе әҙерләү өсөн эмаль һауытта талғын утта ҡайнатырға, 40-45 минуттан һөҙөргә.

💢Энәлек. 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән сәскәләрен йәки ике аш ҡалағы ваҡланған емештәрен һалып әҙерләргә, шуны өскә бүлеп, бер тәүлек эсендә 8 сәғәт һайын ашар алдынан 30 минут алдан эсергә.

💢Ҡара ҡарағат. Бер стакан ҡайнар һыуға ике аш ҡалағы емеш һалып әҙерләгәс, көнөнә 2-3 тапҡыр 0,5-1 стакан эсергә. Төнәтмәне япраҡтарҙан әҙерләгәндә иһә ике стакан һыуға ике-өс аш ҡалағы һалырға кәрәк. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

💢Миләш (мышар). 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән емеш етә. Көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.

💢Әнис. 1,5 стакан ҡайнар һыуға бер аш ҡалағы киптерелгән укроп һабағын йәки орлоғон һалып әҙерләргә. Төнәтмәһен дә яртышар стаканлап эсергә кәңәш ителә.

3 months ago

Тәҙрәләреңде һәр ваҡыт һөртөп, көҙгөләрҙе таҙа тот - фәрештәләр ҡыуаныр.Юлға сыҡҡанда доғаларыңды уҡып, пакланып сыҡ - юлың уңар.Гөлдәр үҫтер йортоңда - һабағына фәрештәләр ҡуныр.Асыулы сағыңда йыуын - баҫылырһың.Ҡысҡырып илау мәрхүм янында ла тыйыла, артыҡ шашып көлөү ҙә тыйыла, артыҡ ҡайғырыу һәм ҡыуаныу ҙа зиһенгә зыян итер.Аҡсаңды алған көнөндә өйҙә ҡундыр, бәрәкәтле булыр.Йәш балаға ҡарап һоҡланғандың кейеменән ебен йәки сәсен алып ҡал, төндә бала уянып илаһа, шул еп йәки сәс менән төтәҫләп, Аятел-Көрси уҡы.Бала кейемен, уйынсыҡтарын иҙәндән аяҡ аҫтынан алып ҡуйығыҙ, һау булыр.
"Бисмилла"ны әйтеп бешеренһәң, өйөңдә фәрештәләр ҡыуаныр. Һүгенмәй, асыуланмай бешерен - фәрештәләр ҡанат осон ашыңа тығып торорҙар.Табын, иҙәнең таҙа торһон, урын-ҡаралтың йыйыулы-бөхтә булһын - бәрәкәт килер.Кейемде, бигерәк тә бала кейемдәрен йыйыштырып, урынлаштырып тор- һаулыҡ артыр.
Ҡунаҡ үҙенең күстәнәсенән ауыҙ итһә, ғүмере оҙон булыр.
Ҡунаҡты күстәнәс менән оҙат, сәй эскәндә тәм-том менән һыйла,насар итеп һөйләй алмаҫ.

3 months ago

https://hakmar.ru/articles/bi-bit/2024-09-21/ara-ayyn-3936740?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

hakmar.ru

ҠАРА ҠАЙЫН

– Ниңә бик ҡыйыуһыҙландың әле? – ти бүлек мөдире, асыуы килә башлауын йәшермәйенсә. – Хатты ниңә яҙҙың — һөйлә.Зөбәржәт ҡапыл башын күтәрҙе, һыҙылып торған ҡыйғас ҡара ҡаштары нығыраҡ юғары сөйөлдө, күҙҙәрендәге баҙау, икеләнеү урынында сая осҡондар һикергеләне.–…

3 months ago

Анон.
Беҙҙең ауылда апалы-һеңлеле йәшәне. Аралары бер-ике йәш самаһы булғандыр. Бала саҡтан бик татыу булдылар. Тик буй еткергәс аралары ҡырҡа боҙолдо. Ҡыҙҙар икеһе лә бер егеткә ғашиҡ булды. Мөхәббәт хистәре туғанлыҡ хистәренән көслөрәк булып сыҡты. Егет тәүҙә апай кеше менән оҙаҡ ҡына йөрөнө. Унан ҡапыл ғына һеңлеһенә өйләнде. Был хәлгә барыһы ла шаҡ ҡатты. Ауылда имеш-мимеш таралды. Йәнәһе һеңле кеше егеттән ауырға ҡалған. Был ысынлап та шулай булып сыҡты. Апаһы өйҙә юҡ саҡта егеткә үҙе йәбешкән, тип тә һөйләнеләр. Туй көнө яҡынлашҡас апай кеше юҡҡа сыҡты. Кемдер уны ҡалаға сығып киткән, кемдер аҡылдан яҙған, тип һөйләне. Юғалыр алдынан уның тулған айға ҡарап һеңлеһен ҡарғап ултырғанын күргән кешеләр булған. Ысынлап та йәш ғаиләгә ҡарғыш баштан уҡ төштө. Егеттәң яңы һалып бөткән өйө янып көл-күмергә ҡалды. Ул кәләшен ата йортона алып ҡайтты. Ҡәйнә кеше йәбешеп сыҡҡҡан киленен яратманы, күрмәгәнен күрһәтте генә! Тәүҙә йәш ҡатын ауырға уҙа алманы, унан бер нисә йылдан һуң тапҡан бала ғынаһы 4 йәшендә фажиғәле һәләк булды. Ошонан һуң ул әкренләп эскелеккә һабышты. Ире был хәлде түҙә алманы, уны ҡыуып сығарҙы. Йәш ҡатын 40 йәшенә лә етмәй вафат булды.
Шуға күрә кемгәлер ни тиклем асыуланһағыҙ ҙа, ҡарғамағыҙ, ауыр һүҙҙәр әйтергә ашыҡмағыҙ. Шулай уҡ кешенең рәнйеше, күҙ йәштәре, иртәме-һуңмы, һеҙҙең башығыҙға төшөп, яҙмышығыҙҙы юҡҡа сығарыуы ихтимал икәнлеген дә онотмағыҙ.

3 months ago

Аллаһ Ҡөръәндә әйтә:"...уларҙың тапҡаны(ҡылғандары) үҙҙәре өсөн ә һеҙ тапҡан үҙегеҙ өсөн..."

6."Аллаһҡа күңел менән ышанам, уны яратам миңә шул да еткән"

Хөрмәтле ҡатындар, мәҫәлән иргеҙ бер көн ҡайтты ла әйтә икән ти:"Ҡәҙерлем мин һине күңелем менән ныҡ яратам, һинән мөхәббәт теләйем әммә һин һораған ашамлыҡҡа аҡса, кейем бирмәйем, йортто ҡарамайым"
Был осраҡта ул ирегеҙ һеҙҙе ярата тип әйтеп буламы, йә иһә һеҙ шундай иргә үҙегеҙҙең һөйөүегеҙҙе бирер инегеҙме? Әлбиттә яҡ!!!
Һуң шулай булғас Аллаһ беҙгә ҡушҡан талаптарҙы (намаҙ, ураҙа һәм башҡаһы) үтәмәйсә, нисек беҙ Аллаһты яратабыҙ, уға ышанабыҙ тип әйтә алабыҙ?

  1. "Ошо муллалар булған ерҙә, бар нәмәнән тыяларҙа ултыралар"

Әйе, Ислам динендә тыйыуҙар бихисап, әммә хәләл рөхсәт нәмәләрҙә әҙ түгел.

Ә ниңә шулай тыуыҙар күп һымаҡ?
Бына беҙ бала саҡта ата-әсәйҙән тик тыйыуҙар ғына ишетәбеҙ: юлға сыҡма, ағасҡа менмә, шырпы менән уйнама һәм башҡаһы. Һәр бер аҡылы булған ата-әсә әйтмәй бит:"ҡыҙым, улым бар ана араҡы эсеп ал, бар поезд рельсында ятып йоҡла" тип. Сөнки ата-әсә белә, балаһына нимә насар йә иһә яҡшы икәнен һәм һәр ваҡыт балаһын насар нәмәләрҙән ҡурсаларға тырыша, шунлыҡтан да тыйыуҙарҙы күберәк әйтергә мәжбүр.
Шулай уҡ Аллаһ беҙгә нимә яҡшы нимә насар икәнен бик яҡшы белә. Сөнки ул беҙҙе барлыҡҡа килтерҙе һәм ул насарлыҡтарҙан беҙҙе киҫәтә.

P.S: Ҡыҫҡаса үҙемдең уй, фекерҙәрҙе яҙырға тырыштым. Был яҙмам кемделер битәрләр өсөн түгел.
Һәр кемдең был тормошта хаталары була, хатта ошоно яҙған мулланың да.
Хөрмәтле йәмәғәт, әйҙәгеҙ тәҙрә аша ҡарап, "урамда күршенең бысраҡ кейемдәре тора" тип зарланыуҙы туҡтатып, өйөбеҙҙең тәҙрәләрен таҙалап һөртәйек. Бәлки күршенең элгән кейемдәре түгел, ә өйөбеҙҙең тәҙрәләре бысраҡтыр.
Кемдеңдер күңеленә ҡаты тейһәм ғәфү итегеҙ. Ҡай бер нәмәне шулай аңлатмай булмай был тормошта....

3 months ago

"Мулланың әсенеүҙәре"

Әссәләмәғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ. Был яҙманы "Мулла әсенеүҙәре" тип атарға булдым. Сөнки выҡыты-ваҡыты менән ошо йә башҡа төркөмдәрҙә имам, дин әһелдәренә ҡарата әсенеп, үпкәләү яҙмалары баҫыла.
Физикалағы "Һәр бер баҫымға ҡаршы баҫым була" тигәндәй, мин дә имам булараҡ ябай халыҡҡа ҡарата үҙемдең әсенеүҙәремде яҙырға булдым.
Иң беренсе "Мулла башың менән бында нимә ҡарап яҙып ултыраң" тиеүселәргә яуап: Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм дин тәғлимәттәрен ябай халыҡҡа ҡәғбә эргәһендә лә, баҙарҙар эсендә лә аңлатҡан.
Яҙмам оҙон йә ҡаты булһа үпкәләмәгеҙ нисек бар шулай яҙам.

1."Мулла аҡса таптыра"
Йыш ошо хәлде ишетергә тура килә. Был хәлдә үҙебеҙ ғәйепле. Муллаға аҡса биреп, шаштырып өйрәткәнбеҙ. "Гүр хәйере", "Ҡөръән сығарыу" һәм башҡаһы тип Мөхәммәт саллаллаһү ғәләйһи үә сәлләм аҡса таптырып йөрөмәгән һәм бындай нәмә динебеҙҙә төптән юҡ. Шуны халыҡҡа аңлатырға күпме тырышам, юҡ ай-вай ҡуймай "хәҙрәт был бит йола" "ата-бабаларыбыҙ шулайтҡан" тип көсләп кеҫәгә аҡса тығалар. Үҙегеҙ шулай мулланы шаштырғас, әлбиттә аҙаҡ "такса",хаҡ ҡуйыуҙар китә.

  1. "Элек эсеп йөрөнө лә, хәҙер эскеһен ташлап мулла булып, әллә кем булып аҡыл өйрәтә"
    Ошо һүҙҙәр шулай уҡ йыш ишетелә.
    Хөрмәтле йәмәғәт, спортсмендың ярышта нисек старттан сығып китеүе мөһим түгел, ә нисек һәм ниндәй хәлдә финишҡа килеп инеүе мөһим.
    Был тормош шулай уҡ, ниндәй хәлдә, ниндәй ғәмәлдәр менән үлеүебеҙ күпкә хәйерле.
    Әйе, кеше үткәнендә эскәндер, урлашҡандыр әммә бит ул шул нәмәләрҙән тәүбә ҡылған. Бәлки ул кеше көнө-төнө шул насар эштәре өсөн тәүбә ҡылып Аллаһ алдында илайҙыр. Һәм ошо үҙенең юлын башҡалар ҡабатламаһындар өсөн теләп кәңәштәр әйтәлер. Хәҙистә әйтелгәнсә "Бар Әҙәм балалары хаталаныусан, әммә хаталаныусыларҙың иң яҡшылары Тәүбә ҡылыусылары".
    Шулай уҡ Аллаһ Ҡөръәндә әйтә "...арағыҙҙан яҡшыға өндәүселәр булһын...."

Бер ағай эске ауырыуы менән ныҡ яфаланды, әммә үҙендә көс табып намаҙға баҫып, эскеһен ташлағайны.
Әммә күп үтмәй артынан "ана мулла булып китте" "ана үҙен әллә кем итергә уйлай" тигән кеүек әсе һүҙҙәр атыла башланы. Был ағай ошо әсе һүҙҙәр уҡтарына биреште, аптырап кире эскегә төштө... Өйө янды.

Бына ошондай кеше йәшәйем, төҙәләм тип тырышҡан хәлдә ниңә уны ҡеүәтләмәҫкә икән, нишләп кешегә был упҡындан сығырға ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа инде.
Яҡ, киреһенсә батырырға, баҫырға кәрәк, аптырайым үҙебеҙҙең халыҡҡа.

  1. "Унда кем барып ҡайтҡан"
    Ҡай саҡ аятҡа саҡыралар. Аят уҡыйым, уҡыған ваҡытта аят тыңлар урынына ҡай-бере гәпләшеп хәбәр һата. Аят уҡып тәфсирен, мәғәнәһен һөйләй башлаһам өй хужаһы йә башҡа берәйһе "унда кем барып ҡайтҡан, кем белә" тип фәлсәфә һата.
    СүбхәнАллаһ, аят тип үҙең саҡырҙың бит, үҙең ҡул күтәреп доға ҡылған булып ултыраң. Әхирәт, Аллаһҡа ышанмағасһың ниңә бында ултыраң, имамдың аят уҡығанын һанға һуҡмай хәбәр һатып ултыраң. Ниңә мулланың ваҡытын алып йөрөйһең?
    Хөрмәтле йәмәғәт, Аллаһҡа ышаныу тулы кимәлдә була йә һис булмай, өсөнсө юл юҡ.

  2. "Аллаһҡа ышанам әммә намаҙ уҡырға ваҡытым юҡ"

Мәсеткә намаҙға китеп барам, урамда бер өйкөм ауыл ирҙәре тора. Яндарына килдем, әйтәм:"Ағайҙар, апалар ауыл тотҡалары ирҙәр булырға тейештәр, бына һеҙ аҡһаҡал булараҡ ирҙәр, әйҙәгеҙ мәсеткә барайыҡ, хаҡ юлға баҫып, йәштәребеҙгә, ғәйләләребеҙгә матур өлгө күрһәтәйек. Юҡһа минең бер үҙем генә йөрөүҙән, тырышыуҙан файҙа бик әҙ"
Апалар әйтә:"Ҡустым Аллаһҡа ышанабыҙ әммә намаҙ уҡырға ваҡыт юҡ, ваҡыт еткереүе ауыр бит"
Ярар мәсеткә киттем, намаҙ уҡыным, намаҙҙан һуң әсәй йортона эш менән булышырға барҙым, унда сәғәттән ашыу булдым. Кире ҡайтып киләм, теге намаҙға 5 минут та тапмаған ир уҙамандар һаман шул урында торалар ине.

  1. "Мәсеткә йөрөр инем, әммә ундағы мулла миңә оҡшамай"

Ҡиәмәт көнө мулланың ниндәй булыуы-булмауы һинән һоралмаясаҡ, ә һин үҙең ниндәй булыуың һораласаҡ.

3 months ago

САЛАТ «Принц»

КӘРӘК БУЛАСАҠ ?
Һыйыр ите 500 г
Йомортҡа бешерелгән 4 шт
Тоҙло ҡыяр 6 шт
Һарымһаҡ 3 теш
Грек сәтләүеге 1 стакан
Майонез 200 мл

? ? ? ӘҘЕРЛӘҮ:
1. Һыйыр итен бешереп алырға. Ваҡлап һалырға.
2. Өс ҡыярҙы ҡырғыс аша үткәреп алырға, һарымһаҡты ваҡлап турарға, һәм ҡыярҙы һарымһаҡ менән болғайбыҙ. Ҡырғыс аша бешкән йомортҡаларҙы үткәреп алырға.
3. Грек сәтләүеген ҡоро табала бер нисә минут ҡыҙҙырырға кәрәк.
4. Хәҙер салатыбыҙҙы йыябыҙ.Салатты ҡатламдар менән һалабыҙ:
1. ит+ майонез
2.һарымһаҡ менән ҡыяр+ майонез
3.йомортҡалар + майонез
4. грек сәтләүеге.

3 months, 1 week ago

Оҙаҡ йәшәргә теләһәң...

?Тауыҡ йомортҡаһын бушҡа ғына ғүмерҙе оҙонайтыусы ризыҡ тимәйҙәр. Әгәр уны көндәлек рационға индерһәгеҙ, йәшлегегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ.

?Йомортҡала холин күп. Холин бер нерв каналынан икенсеһенә ялҡынһыныуҙы (возбуждение) күсерә.

?Холин организмда етерлек булһа, нерв системаһы һәм мейе яҡшы эшләй. Олоғайған көндә лә кеше аҡылын юғалтмай.
? Холин йомортҡаның һарыһында күп. Шуға ла ғалимдар йомортҡаны даими ашарға ҡушалар.

We recommend to visit

Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon

Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy

Last updated 2 weeks, 1 day ago

ҚР ҒЖБМ Ұлттық тестілеу орталығы

Last updated 2 months, 1 week ago

3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338

Last updated 1 year, 1 month ago