Гөлназ Ҡотоева/ Гульназ Кутуева

Description
Творчество поэтессы Гульназ Кутуевой
We recommend to visit

Первый онлайн-переводчик междустрочного текста из ведущих и ведомых СМИ. ѣѣ

Похвалить, поругаться, предложить новость, разместить рекламу
???
@Otsuka_mail

Last updated 3 months, 1 week ago

⭐ АВАТАРКИ НА ВАШ ВКУС

▫️По вопросам: @Solnzelikii
▫️По рекламе: @Solnzelikii

❗Реклама нужна исключительно для продвижения канала❗

Пригласить друга — https://t.me/+uoFWvRi_7EJlYTdi

Last updated 2 months, 2 weeks ago

⚡️Локатор скидок до -99% на Wildberries

? Ссылка на канал: @WbLocator

? Реклама товаров: @RoseanneGayden

? Реклама каналов и брендов: @ArtKrit

Last updated 1 year, 4 months ago

2 months, 1 week ago

Кейәйемсе фирүзә ҡаш йөҙөк,
Аҙашмаһын ғына юлында.
Яҙмыш теҙгендәре, ни тиһәң дә
Кешенең бит үҙенең ҡулында.
Сапан осҡайыңа фирүзә баҫтым,
Йөҙөк ҡашҡайында Ай сағыла,
Яҙмышыма бәхет-ҡот ҡунһын да
Уңай килеп торһон барсаһы ла.
Сапан осҡайыңда фирүзә таш –
Һөйөүеңә ялҡын өҫтәһен.
Бар яҙмыштар яйға һалынһын да
Тик фирүзә генә бөтмәһен.
8. Сәсән
Луйондела Абдрахман
Дутарын алып ҡулға,
Ләззәт менән күҙен йомоп,
Төркмән дастанын һуҙа.
Ике ҡыллы ул дутары
Йәнләнә кеүек кинәт.
Һулда – донъялыҡ хәстәре,
Уңда – көтәлер йәннәт.
Тамуғы ла барҙыр, барҙыр,
Шул хаҡта йырын һуҙа.
Гүйә, баҡшы, барыһын һынап,
Ғорур тәхеткә уҙа.
Батша ла ул был йырында,
Хаким да ул был йырҙа.
Ҡотҡарыусы,
Атҡарыусы,
Белә алдан барын да.
Заманына тере һәйкәл,
Боронғоноң һаҡсыһы.
Әсир итте дутар уйнап,
Луйондының баҡшыһы.
9. Өйөрмә
Төркмән ҡыҙҙары кейәләр
Яулыҡ аҫтынан өйөрмә.
Ай йөҙөмдө оҙонсалап,
Уйҙарымды ул төйөрмө?
Өйөрөрмө бер тирәгә?
Матур ғына был өйөрмә.
Өйөрмә кейгән ханымдың
Йөҙө, гүйә, бешкән хөрмә.
Түбәтәйем бына тигән!
Биҙәк кенә аҫыл ташы!
Нисек кенә тырышһам да,
Өйөрмәгә һыймаҫ башым.
10. Тамамланмаған әкиәт
Әкиәтем тамам тиһәм, –
Бар киләһе төн.
Бөгөнгөһөн генә саҡҡа
Мин һөйләп бөттөм.
Ғүмер йомғағы тәгәрәп  
Тик алға китте.
Иран әкиәте мине
Хыялый итте.
Шәһризада – мин үҙеммен,
Ә хан һарайы,
Был ни эшләр тигән кеүек
Ҡарай һағайып.
Атлап үттем шаһзадалай,
Иран,
Мин ғашиҡ!
Был һөйөүҙән мин ҙураям,
Күктәргә ашып.
Һәр биҙәккә ырылғандай
Тик һөйөү һүҙе.
Мөлдөр-мөлдөр генә ҡарай
Ирандың күҙе.
Тамамланмаған әкиәт,
Татлы йыр төҫлө.
Иранға булған ихтирам
Һөйөүҙәй көслө. 

2 months, 1 week ago

ИРАН ДӘФТӘРЕ
Шиғри шәлкем
1.Иран
Ҡолағыма доға кеүек
Ишетелгән фарсы,
Томан пәрҙәһен тағат та
Серҙәреңде ассы!
Биҙәктәреңә арбалып,
Үтәм түргә балҡып.
Әфлисундар күплегенән
Торам кеүек шаңҡып.
Тауҙар ерҙең шаҙраһымы?
Яҙ күмелә гөлгә.  
Күңел бында бейегәйеп,
Йырлай башлай көйгә.
Ҡояштай алсаҡ йөҙҙәре
Нисек һөйөп баға!  
Ебәк юлы Исфаханға
Ҡуя кеүек баһа! 
Быуаттар аша ҡараған  
Диуарҙағы күҙҙәр:
«Мине таны!» – тигән кеүек
Арттан оҙаҡ күҙләр.
Таһаранға юлың төшһә,
Гөлистанһыҙ китмә. 
Көҙгө-гәлсәрҙәре менән  
Һарай хайран итә.
Гүзәллеген хиджаб һаҡлар
Һылыу Иран йөҙө,
Айҙай балҡып асыла ла
Һуҙа кеүек көҙгө.
Ҡарлуғас ҡанаты кеүек
Ҡара ҡашын сөйә,
Атлап үткәс күперҙәрен,  
Йәйғор аша, гүйә.
Әкиәтем йомғаҡ эҙләп  
Килеп сыҡҡан төҫлө,
Иран баҫа күҙ алдыма
Баһадирҙай көслө.
2. Башҡорттар – Башкарттар
Башкард тауҙарын күрһәтсе,
Ирәндеккә оҡшаш микән?
Өҙөлөп ҡалған тамырҙар –
Иран тарафын үҙ иткән.
Халҡымдың бер тамсыһы, ти,  
Ни хәлдәрҙә башкард халҡы?
Ҡан хәтере яңырыр ҙа, 
Улар башҡорт, тиеп ҡалҡыр.
Өҙөлгәнде кире ялғау
Уйымда юҡ, аңла дөрөҫ.
Күргем килә уларҙағы
Лөғәт нисек, ғәҙәт-ғөрөф?
Күргем килә бер башкардты  
Иран ерен төйәк иткән.
Ул да беҙҙең кеүек ихлас,
Һөйкөмлө бер һөйәк микән?
Бер иш баҫа, тиҙәр, көйгә
Башкарт менән башҡорт, баҡһаң.  
Беҙ бер иш үк булмаһаҡ та,
Тамырҙарҙан аға бер ҡан.
3. Төркмән ҡыҙы
Ирандың Калалеһ ҡалаһында дуҫым,
яҙыусы, филология фәндәре кандидаты Мая Сапарова ире Рәджәб менән ғүмер итә. Ул беҙҙеҡунаҡҡа саҡырғас, Таһарандан Гурган ҡалаһынаостоҡ.

Шундай заттар була:  
Улар белә,
Киләсәккә улар үтә анһат. 
Бер саҡ беҙгә юлың төшөр тиеп,  
Мая ханым өндәшкәйне бик һаҡ.
Иран миңә ишектәрен асты,
Мая тигәс,
Серле генә ҡарап.
Ситтә көткән бер йән булған өсөн
Юл ғазабы тойолманы аҙап.
Төркмән келәмендә аяҡ бөкләп  
Сәйҙәр эстек, боронғоса һымаҡ.
Ә баҡсала бешкән әфлисундар
Әкиәтте хәтерләтте шул саҡ.
Мая ханым миңә тойолғайны
Бер тылсымсы булып Иранында.  
Тауҙар инде... тап беҙҙәге кеүек,
Ҡырыҫыраҡ кеүек улар бында.
Тарих беҙгә ҡатламдарын асты,
Мая ханым, гүйә, тылсым белә,
Бөгөнгөнән үткән быуаттарға
Уйым күсә.
Уйым етеҙ елә.
Мөғжизәле бер донъяны аса
Бөгөн беҙгә ҡәрҙәш төркмән ҡыҙы.
Иран тиһәм, Мая телгә килер,
Килер хәтирәләр йәнде һыҙып.
4. Төркмәндәрҙә ҡунаҡта
Тимер ҡара күҙе оваһында
Батшабикә түгел, Тажбикә.  
Чурек менән һеҙҙе һыйлайым тип,
Ихлас көлөп, ҡашын һикертә.
Ябай ғына төркмән ауылында,  
Ябай ғына төркмән ғаиләһе
Хәтерләтте миңә ауылымды,
Көндәремде минең йәмләне.  
Чурек ҡул икмәккә етәме һуң,
Ауыл мейесендә ҡыҙарған?  
Хужабикә ҡунаҡ һыйлайым, тип
Ашъяулыҡҡа барыһын сығарған.
Ҡорот ҡайҙа ла шул ҡорот була,
Ҡайҙа ла шул тәмле һөтлө сәй.
Ейәнсәре, ейәндәре менән
Ғорурлана булыр өләсәй.
Ә кем белә?
Ейәнсәрем тигән
Саина ҡыҙ табыр беҙҙе эҙләп.
Ә ҡырҡ көнлөк Дөрдөмөхәмәт тә
Беҙҙең хаҡта белер әкренләп.
Төркмәндәрҙә ихлас ҡунаҡ булдыҡ,
Тауҙар иле – алыҫ Иранда.
Хәтерләтте миңә ауылымды,
Сит тойманым үҙемде мин унда.
5. Таһаран
Егерме миллион кешене
Үҙ иткән мәғрур һин, Таһаран,
Ҡырыҫ йөҙ күрһәтмә һин беҙгә,
Ҡунаҡҡа булмасы тик һаран.
Тәбиғәт күперең иҫ киткес!
Күҙәтеп тимер ат ағымын,
Беҙ һинең йөҙөңдө эҙләнек.
Үткәрҙек күңелдән һәр ымың.
Шафрандың керпеге хәтлем дә
Билдәле булмаған бер кеше,
Таһранды танырға теләһә,
Табалмаҫ донъяла бер ишен.
Таһрандың етдилек артында
Иретер ҡояшы барын да,
Беҙ тойҙоҡ дуҫтарҙың йөҙөндә,
Бәрәкәт сағылған табында.
6. Исфахан
Сио-Се-Поль –
Утыҙ өс арҡалы,
Күпер тиһәң, күпер Исфаханда!
Аллаһбирҙе хан төҙөгән уны
Зайенде-Руд тигән йылғаһында.
Сио-Се-Поль –
Һине тағы берәй
Күреү яҙыр микән, әллә юҡмы?
Сағылғанын Айҙың тулҡыныңда
Күреп булыр микән шулай уҡмы?
Сио-Се-Поль,
Утыҙ өсәр арҡа,
Йәйрәп ятҡан шәһәр хозурлығы!
Иран шаһы – мәғрур Исфахандың
Бар донъяға һуҙыр ғорурлығы.
7. Фирүзә
«Яуызлыҡтан ҡотолоу һәм яҡшы яҙмышҡа
юлығыу өсөн кеше дуҫының йөҙөндә, Ҡөрьәндә йәки
фирүзәлә яңы тыуған Айҙың сағылышын күрергә тейеш».
Иран халҡының инанысынан
Ырып-ырып үҙем тегәйемсе
Сапан осҡайыңа фирүзә.
Мин ышанам бит ул мөхәббәткә,
Ул бар бит ул, бар – һөйөү, мин һиҙәм.

2 months, 2 weeks ago
Гөлназ Ҡотоева/ Гульназ Кутуева
4 months, 2 weeks ago
***❄️******❄️******❄️*** Ҡыштың тәүге көнө менән, дуҫтар!!!

❄️❄️❄️ Ҡыштың тәүге көнө менән, дуҫтар!!!

...Мин юраным еребеҙгә
Татлы төштәр,
Яҡты хыял.
Ғәмлеләргә ҡот бир, ҡышым,
Ғәмһеҙенә ғәмле уй һал!
Гөлназ Ҡотоева.

4 months, 2 weeks ago

“ЙЫЛ ШАҒИРЫ” - журналист, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире,
Ш. Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева.

Йыл шағирын “Башҡортостан” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының радио студияһы буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева тәбрикләне.

4 months, 2 weeks ago
"Юлдаш" радиоһы гөрләтеп сираттағы "ЮлдашХит" фестивален …

"Юлдаш" радиоһы гөрләтеп сираттағы "ЮлдашХит" фестивален үткәрҙе. Башҡорт эстрадаһына һәлмәк өлөш индергән шәхестәрҙе бына инде ун йылға яҡын улар халыҡ алдына сығарып билдәләп, матур сәскәләргә, алҡыштарға күмә. Быйыл "Йыл шағиры" номинацияһында билдәләнәүем көтөлмәгән дә, һөйөнөслө лә булды. Минең хеҙмәтемде күрә белгәндәре, баһалағандары өсөн ҙур рәхмәт, "Юлдаштар"ға! Уларҙың етәкселәре Тәнзилә Үлмәҫбаевға, Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәроваға ҙур рәхмәт шундай ҡатмарлы ла, халыҡсан да проектты уйлап тапҡандары һәм йәшәткәндәре өсөн❤️
Йырҙарға килгәндә, үҙем йыр-моңға ғашиҡмын. "Юлдаш"һыҙ йәшәмәйем. Бөтә матур йырҙар унда яңғырай бит. Үҙемдең дә йөҙгә ашыу йырым бар. Быйыл 20-ләп йыр яҙғанбыҙҙыр. Минең менән хеҙмәттәшлек иткән композиторҙарға, йырсыларға рәхмәтлемен. Ижади тандем, бер тулҡында булыу, бер йүнәлешкә ҡарау матур ижад емештәре тыуҙыра.
Йырҙарыбыҙҙы яратып ҡабул иткән һәр кемгә рәхмәтлемен???Киләсәктә лә матур йырҙар тыуып торһон! Илһам ҡанаттары талмаһын!

We recommend to visit

Первый онлайн-переводчик междустрочного текста из ведущих и ведомых СМИ. ѣѣ

Похвалить, поругаться, предложить новость, разместить рекламу
???
@Otsuka_mail

Last updated 3 months, 1 week ago

⭐ АВАТАРКИ НА ВАШ ВКУС

▫️По вопросам: @Solnzelikii
▫️По рекламе: @Solnzelikii

❗Реклама нужна исключительно для продвижения канала❗

Пригласить друга — https://t.me/+uoFWvRi_7EJlYTdi

Last updated 2 months, 2 weeks ago

⚡️Локатор скидок до -99% на Wildberries

? Ссылка на канал: @WbLocator

? Реклама товаров: @RoseanneGayden

? Реклама каналов и брендов: @ArtKrit

Last updated 1 year, 4 months ago