Баймаҡ районы яңылыҡтары «Сакмар»-«Һаҡмар»

Description
Баймаҡ районы һәм ҡалаһы тураһында иң яңы яңылыҡтар!

Иң ҡыҙыҡлы яңылыҡтар!

Иң шәп кәңәштәр!
Advertising
We recommend to visit

Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon

Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy

Last updated 2 weeks, 2 days ago

ҚР ҒЖБМ Ұлттық тестілеу орталығы

Last updated 2 months, 1 week ago

3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338

Last updated 1 year, 1 month ago

2 Tage, 8 Stunden her

Беренсе осор тамамланды."Металлург" менән "Салауат Юлаев" берешәр гол индерҙе.

2 Tage, 17 Stunden her

Иҫке Сибай мәктәбе Урал аръяғының 9 муниципалитетын ДӘҮЛӘТ ТЕЛДӘРЕ ҺӘМ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХАЛЫҠТАРЫ ТЕЛДӘРЕ КОНЦЕПЦИЯҺЫН, «БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХАЛЫҠТАРЫ ТЕЛДӘРЕ ТУРАҺЫНДА» ЗАКОНЫН ТОРМОШҠА АШЫРЫУ БУЙЫНСА МУНИЦИПАЛЬ – АРА семинарға йыйҙы.
Тәүге өлөштә ҡунаҡтар Иҫке Сибай урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ибраһимова Азалия Варис ҡыҙы, Мөхәмәтшина Рәзинә Салауат ҡыҙы, Баймаҡ ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Ниғмәтуллина Лиза Урал ҡыҙы, Юламанова Земфира Зәкериә ҡыҙы һәм Рәхимова Зәлиә Рәсих ҡыҙының асыҡ дәрестәрен ҡараны.
Артабан ҡунаҡтарға мәктәп буйлап экскурсия ойошторолдо. Геология музейы, информатика, робототехника, лингофон, логопедия, башланғыс синыф кабинеттары, "Үҫеш нөктәһе" белем биреү, балалар инициативаһы үҙәктәренең эшмәкәрлектәре менән һәр кем яҡындан танышты.
1-се ҡатта Ағинәйҙәр, "Атайҙар ҡоро", ҡул эштәренә оҫта әсәйҙәр тарафынан күргәҙмә ойошторолдо.
Тамаша залында алдынғы уҡытыусылар Дәүләтбаева Гөлнара Фридрих ҡыҙы, Благовещен ҡалаһының М.А.Киняшов исемендәге 6-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе,Таһирова Зөлфирә Рауил ҡыҙы, Йылайыр районы Йомағужа ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм Сәфиуллина Ләйсән Рәис ҡыҙы, 2-се республика полилингваль күп профилле «СМАРТ» гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
Мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиләнеүселәре, сәнғәт мәктәбе уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән "Мин яратам һине, туған телем!" тип аталған әҙәби-музыкаль композицияны ҡунаҡтар көслө алҡыштарға күмде.
Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Фәнил Рамаҙан улының ялҡынлы телмәре, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты Дәүләтҡолова Гөлфиә Шәфҡәт ҡыҙының актуаль теманы күтәреүе, Өфө фән һәм технологиялар университетының декан урынбаҫары Әлимбаева Гөлшаян Ғәбсәләм ҡыҙының заманса уйҙары, Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен уҡытыу мәсьәләләре буйынса республика ата-әсәләр советы рәйесе урынбаҫары Уразбахтин Айбулат Алик улының ҡыҙыҡлы телмәре, Рәсәй конкурсы еңеүсеһе,
Ишдәүләтова Әлиә Риза ҡыҙының "аһ" итерлек сығыштары күңелгә уйылып ҡалды. Мәғариф һәм фән министрлығы Милли мәғариф идаралығының милли мәғариф бүлеге начальнигы Морат Нил улы алып барған пленар өлөш ҡатнашыусыларға файҙалы булды.
Заманса йыһазландырылған мәктәптә Урал аръяғының рухлы уҡытыусылары менән эшлекле аралашыу, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ кластарын, асыҡ дәрестәрҙе ҡарау күңелде үҫтерҙе, рухландырҙы.

2 Tage, 17 Stunden her

Баймаҡта башҡорт аттары йәрминкәһе үтәсәк

21 декабрҙә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында «Ат баҙары» башҡорт тоҡомло аттар йәрминкәһе үтә. «Башинформ» Агентлығына йәрминкәне ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, республикала йәшәүсе һәр кеше башҡорт тоҡомло аттарҙы: етештереүсе айғырҙарҙы, йылҡы малы, йылҡы малы, һимертелгән аттарҙы, спорт һәм эш аттарын алып килә ала. Программала концерт номерҙары, тай-тулаҡ һәм башҡорт тоҡомло айғырҙар күргәҙмәһе планлаштырыла. Сараны Ойоштороусы Булып Башҡортостанда башҡорт тоҡомло Аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса «Ирәндек»хәйриә фонды сығыш яһаны.

3 Monate her

3:4! "Почти" камбэк, "Салауат" йәнә гол индерҙе.

3 Monate her

0:4. "Металлург" "Салауат"ты нокаутҡа ебәрҙе.Әлегә икенсе осор ғына.Беҙҙекеләр чемпионға ҡаршы бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Тик көйәрмәндәр генә йәл...

3 Monate her

Күмертауҙа Башҡортостанда иң беренсе булып йылытыу миҙгеле башланды.

5 Monate, 3 Wochen her

Балалар баҡсаһында өс бала гәп һатып ултыра ти.
Беренсе бала былай ти икән: "Мине атайым магазиндан һатып алған, тағы бәпәй алыр өсөн аҡса эшләргә китте".
Икенсеһе: "Мине баҡсала кәбеҫтә араһынан табып алғандар, быйыл тағы күүүп итеп кабеҫтә сәстеләр", - тигән.
Өсөнсөһө, был икәүҙе тыңлап ултырған да: "Беҙҙең аҡса ла, кәбеҫтә лә юҡ! Атайым вис үҙе эшләй!" - тигән ти... ???
© КӨЛӘМӘСТӘР ОЯҺЫ! ?

5 Monate, 3 Wochen her

Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы проекты әҙерләнде

Ауылдарҙы яңыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү өсөн. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы 2024-2030 йылдарға ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы проектын әҙерләне. Уға ярашлы ауылдарға 14 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителә. Дәүләт программаһы республикала бер нисә йыл рәттән уңышлы эшләп килә.

We recommend to visit

Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon

Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy

Last updated 2 weeks, 2 days ago

ҚР ҒЖБМ Ұлттық тестілеу орталығы

Last updated 2 months, 1 week ago

3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338

Last updated 1 year, 1 month ago