Ханзаман 🖋

Description
Республика тураһында
Advertising
We recommend to visit

Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon

Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy

Last updated 2 weeks, 2 days ago

ҚР ҒЖБМ Ұлттық тестілеу орталығы

Last updated 2 months, 1 week ago

3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338

Last updated 1 year, 1 month ago

1 month ago

Вәлитов-ТВ каналының сираттағы сығарылышында: Салауат Юлаев һәйкәле урынына кире ҡайтарылырмы, "Америка башҡорто" Алтынай Криптовәлитовтың сираттағы ахмаҡлығы

1 month, 2 weeks ago

Ней ите, ней һөтө. Тағы ла эт тиһәң йөнө, әҙәм тиһәң йүне юҡ тиҙәрме әле? Үҙен әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип иҫәпләгән Ирек Ағишев тураһында шулай тип яҙһаҡ, ныҡ ҡаты булырмы икән. Но... шулай тимәһәң дә булмай.

1 ноябрҙә Салауат Юлаев һәйкәле янынына халыҡ йыйып маташҡан ул. Маҡсаты - һәйкәлде ҡайҙалыр алып китмәй, урында ғына реставрациялауҙы талап итеү. Шулай итеп, милли активистар һәйәлде реставрациялауҙың мөһимлеген инҡар итмәй. Әммә власть яғына таш атыу өсөн сәбәп кенә эҙләп йөрөгәстен, буш ерҙә яңы шау ҡуптарыу өсөн изем генә кәрәк бит. Шулай итеп айырым төркөмдәр “ә ни өсөн һәйкәл ниндәйҙер цехта ремонтланырға тейеш, юҡ, беҙ быға юл ҡуймайбыҙ, урында ғына эшләһендәр” тип хәл итә. Шулай итеп, Ирек Ағишевтың мөрәжәғәт әҙерләү өсөн нийәтләнгән «халыҡ йыйынына» саҡырыуҙы ҡабул итеп, халыҡтың үҙе әйтмешләй һин дә мин, ибн Әмин килә.

Нийәте тормошҡа ашмағас, үҙен бөйөк йәмәғәт эшмәкәре, милли хәрәкәт лидеры тип иҫәпләгән Ирек Ағишев чаттарҙа баймаҡтарға ташлана. Йәнәһе лә һеҙ Салауат Юлаев һәйкәлен яҡлап сыҡманығыҙ ҙа, саҡырыуҙы ҡабул итеп Өфөгә килмәнегеҙ.

Бер кем тарафынан танылмаған хөрмәтле үә ғиззәтле әүҙемсе, әйтер һүҙебеҙ һеҙгә. Баймаҡтар, власть вәкилдәрен ҡурҡытыусы бапаҡ түгел. Үҙегеҙҙе аҡыллыға ҡуйып, баймаҡтарға ҡулланыусы мөнәсәбәт менән ҡарарға һеҙ генә етмәгәйнегеҙ. Улар һеҙҙең кеүек үк фекерләгән, дөрөҫ, күпкә йәшерәк һәм ялҡынлыраҡ активистың һүҙен бер тыңлап сходҡа йыйылды инде. Һөҙөмтә барыбыҙға ла мәғлүм.

Милләтебеҙ киләсәге, милли символдар тураһында хәстәрләйһегеҙ икән, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарай башларға ваҡыт. Ну или үҙегеҙгә айнығырға...

1 month, 2 weeks ago
***📌***Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү эштәре башланып …

📌Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү эштәре башланып та өлгөрмәгән, әммә ошоға бәйле үҙ шәхесенә иғтибар йәлеп итеп ҡалырға маташыусылар социаль селтәрҙәрҙә күптән әүҙемләште. Улар араһында Сәғит Исмәғилов та бар, ул 1 ноябрҙә видеояҙма төшөрөп һалған һәм имеш-мимештәргә, «поисковик"тарға һылтанып, шәхси фекерен еткерә.

📍Әммә уның һәр һүҙен рәсми сығанаҡтарҙан ныҡлы дәлилдәр менән кире ҡағыуы ауыр тугел. Ҡайһы бер фекерҙәргә айырым туҡталып китәйек:

🔴 Исмәғилов Салауат Юлаев һәйкәлен тиҙ арала ремонтлауҙы раҫлаған документтар юҡ, ти.

Ләкин 2018 йылда уҡ Башкультнаследие С. Юлаев һәйкәленең техник торошона тикшереү үткәреп, объекттың торошо ҡәнәғәтләндерерлек булмауы тураһында акт төҙөй. Ә 2018 йылда комплекслы тикшереү һөҙөмтәһендә объект аварияға яҡын хәлдә, тип табыла һәм һығымта яһала.
Өфө ҡала хакимиәте миллли мираҫ объектын һаҡлау тураһындағы законды боҙғаны өсөн 2020 йылда административ яуапҡа тарттырылыуы һәм унан 200 мең һум штраф туләтелеүе тураһында ла Исмәғилов онотҡан, әллә юрамал һүҙ ҡуҙғатмай.

Башкультнаследие Өфө хакимиәтенә 2021 йылда ғына ла күп тапҡырҙар мәҙәни мираҫ объектын һаҡлауҙы тәьмин итеү, тергеҙеү мәсьәләһе буйынса күп тапҡырҙар мөрәжәғәт иткән, быларҙың барыһына ла рәсми ҡағыҙ дәлилдәре бар.

🔴С. Исмәғилов Өфө ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Ирек Ялаловтың объект ремонтланған һәм тағы 100 йыл торасаҡ, тигән һүҙҙәренә һылтана.

Әммә был һүҙҙәр ҡасан әйтелгән әле - быныһы бер, икенсенән, Салауат һәйкәленә косметик ремонт ҡына яһалған һәм алыҫ 2005 йылда бөгөнгө йәшкелт төҫөнә буялған.

🔴С. Исмәғилов тағы ла Күҙәтеү советының ролен һәм эштәрен тәнҡитләй, уның ағзаларының компетентлығын, нисек һәм кем тарафынан һайланып алыныуҙарына шик белдерә.

Әммә, аңлы кешеләрҙең барыһына ла күптән Күҙәтеү советы тураһында мәғлүмәт, уның положениеһы билдәле. Сөнки Башкультнаследиеның рәсми сайтында, социаль селтәрҙәге төркөмөндә асыҡ мәғлүмәт урынлаштырылған, теләгән һәр кем инеп ҡарай ала.
Әйткәндәй, билдәле скульптор Салауат Щербаков та был советҡа ингән һәм 2024 йылдың 31 октябрендә үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашты (ВКС буйынса).

Тәү ҡарамаҡҡа, был урында бер ниндәй ҙә шикләнеүҙәргә урын булмаҫҡа тейеш. Әммә «ботон ҡыҫтырмайса» тора алмаған кешеләр була инде, кеме юҡ, тигәндәй был донъяның. Шулай ҙа үҙең белгес булмаған өлкәлә күптән эшләгән кешеләрҙе кәмһетеп, эшмәкәрлектәрен юҡҡа сығарырға маташыу бер кемде лә биҙәмәй. Бында С. Исмәғиловтың «ТСНРУ» АЙ менән «С. П. Бург и партнеры» ЯСЙ ойошмаларын үҙенсә «бөтөрөп ташлауы»тураһында әйтмәксебеҙ.
Һуңғыһында эшмәкәрлектәренә рәсми рөхсәт алған һәм һөнәре буйынса 20-40 йылға яҡын эшләгән белгестәр барлығын телгә алырға кәрәктер.

Ә инде Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы лицензия биргән ойошманы ғына реконструкция эштәренә йәлеп итеүгә килгәндә, Салауат Юлаев һәйкәле кеүек әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттары былай ҙа лицензиялы ойошмаларға ғына тапшырыла.
Бынан тыш, барлыҡ эштәр Башкультнаследие, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Ростехнадзорҙың даими күҙәтеүе аҫтында алып барыласаҡ.

📌Сәғит Исмәғиловтың видеоһына тулы күҙәтеү менән ошонда таныша алаһығыҙ.

1 month, 3 weeks ago

Башҡорт халҡының яугирлығы, батырлығы тураһында даны бер бөгөн генә сыҡмаған. Рус дәүләтенә ҡушылғанға тиклем дә дәһшәтле монгол ғәскәренә тиҫтәнән ашыу йылдар ҡаршы торорлоҡ һәм үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлап ҡалырлыҡ көсө булған.
Аҡ батша менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, башҡорттар үҙенең аҫабалығын, урындағы үҙидара хоҡуҡтарын һәм динен һаҡлап ҡалған өсөн хәрби хеҙмәт үтәргә тейеш була. Ил эсендә ниндәй генә ваҡиғалар булмаһын, ошо антына ата-бабаларыбыҙ тоғро ҡалып килә.

Башҡорт полктары Ливон һуғышында, 1612 йылда Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итеүҙә, Петр Беренсенең Азов походында, Швецияға ҡаршы Төнъяҡ һуғышында (1700-1721), Германиялағы Ете йыллыҡ һуғышта (1756-1763), 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылғы сит илдәргә походтарҙа, рус-төрөк һуғышы һәм Хива походында, Ҡырым һуғышында һ.б. ҡатнаша. 1882 йылдан дөйөм хәрби йөкләмәләр нигеҙендә хеҙмәткә алына башлағас та башҡорт ир-егеттәре Ватан алдында бурыстарын һис һүҙһеҙ үтәй. Беренсе донъя һуғышында ла, 1941-1945 Бөйөк Ватан һуғышында ла биргән антына тоғро ҡала башҡорт халҡы.

Башҡорт халҡының Петр Беренсенең Азов походында черкесс батырын еңгән Алдар Иҫәкәев, Юлай Аҙналиндың Рәсәй ғәскәре составында Польшала конфедераттарға ҡаршы һуғышта йөҙ башы булараҡ ҡатнашыуы, Ҡаһым түрә, күкрәге менән амбразураны ҡаплаған Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, кавалерист, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимов кеүек батыр улдары тураһында хәтирәләре әле лә тере.

Ил ни күрһә, шуны күреп йәшәгән башҡорт халҡы. Ул үҙенең батырҙары исемен мәңгелеккә йөрәгендәге хәтер ташына уйып яҙып ҡалдырған. Улар араһында батыр улы Салауат Юлаев та бар һәм һәр быуынға ғәҙеллек, яугирлыҡ төшөнсәләрен хәтерләтеп тора. Уның исеме бер ҡасан да онотолмаған һәм быға юл ҡуйылмаясаҡ та, сөнки бөгөн дә Салауат батыр образы башҡорт яугирҙарын ҡаһарманлыҡтарға өндәй. Росгвардияның 2022 һәм 2023 йылдарҙа төҙөлгән махсус вазифа йөкмәтелгән ике батальоны Салауат Юлаев исемен йөрөтә, улар бөгөн Курск өлкәһе һәм Донбасста диверсант-неонацистар ҡалдыҡтарын юҡ итеү бурыстарын үтәй.

Бөгөн тарих үҙе ҡаһармандарҙы хәтергә төшөрөргә, онотола барған исемдәрҙе кире ҡайтарырға өндәгән саҡта Салауат Юлаев тураһында кем онота алһын? Уның тураһында башҡорт халҡы ғына түгел, ә тотош күп милләтле республикабыҙ, Рәсәй һәм сит илдәр ҙә хатта белә һәм иҫтәлеген һаҡлай.

1 month, 4 weeks ago
2 months ago

Башҡортостан үҙаллылығы тураһында - сит ил манараһынан

Интернетта алаһы ла, ҡолаһы ла тигәндәй. Һәр кем белгес, һәр кем үҙенә ышандырырға тырыша. Береһе “А” тиһә, икенсеһе “Б” тип яуап бирә һәм китә инде талаш, аптыраштан баш сайҡап ҡына ҡуяһың...

Башҡортостандың үҙаллылығы тураһында ла шундай бәхәстәр ҡуба. Руслан Вәлиев тигән кеше был хаҡта: “Кешеләр бындай идея менән, ҡағиҙә булараҡ, килешмәй. Улар республиканың үҙаллылығын киңәйтеү, суверенлығын ҡайтарыу мәсьәләләре буйынса фекер алышырға әҙер, әммә Рәсәйҙе ил булараҡ юҡ итеү кәрәклеге тураһында әңгәмәләштәремдән бер ҡасан да ишеткәнем юҡ. Шуға бөгөнгә был идея ярайһы уҡ маргиналь, был идея яҡлылар – сағыу һәм асыҡтар – күп түгел, әҙселекте тәшкил итә”, - тип әйткән дә имеш, уны икенсе Руслан* либераллыҡта ғәйепләп, “юҡҡа сығарып” яҙып та ҡуйған.

Ә был “икенсе” – Руслан Ғәббәсов* үҙе башҡорт йәмәғәтселеге менән тығыҙ бәйләнештә булып, интеллигенция вәкилдәре, ғалимдар, эшҡыуарҙар менән дә аралаша икән, имеш, һәм уларҙың Башҡортостандың үҙаллылығы яҡлы булыуын “белә”.

Әммә Башҡортостанды Рәсәйҙән айырыу, илде тарҡатыу тураһында уй төп идеяға әйләнеү түгел, бындағы халыҡтың (телегеләр сит илдә генә ятып хәбәр һата) төшөнә лә инеп сыҡҡаны юҡтыр. Халыҡты һарыҡ тип беләләрме икән ошо фекерҙе алға һөргән әҙәмдәр? Һауалағы торнаға ымһынып, ҡулдағы турғайҙың ҡәҙерен белмәй, ысҡындырып ебәрерлек ахмаҡтар юҡ арабыҙҙа.

Был ике Русландың исемдәре генә оҡшаш түгел, баҡтиһәң, асылдары ла бер икән: икеһе лә үҙҙәре ҡайнаған мөхиттәре – бармаҡ менән генә һанарлыҡ кешеләр йоғонтоһона бирелеп, үҙ манараларынан сығып, бөтә башҡорт халҡы исеменән оялмайса хәбәр һатып ятыу. Әммә халыҡ исеменән һөйләргә сит илдә йәшәгән, сит ҡотҡоно таратҡан әҙәмдәрҙең ниндәй хоҡуғы бар?

*Рәсәйҙә сит ил агенты тип танылған

3 months, 2 weeks ago
Ватанын һатҡан клоун.

Ватанын һатҡан клоун.

Яңыраҡ ҡына Рәсәй ҡалаларына һөжүм иткән украин беспилотниктарының уңышы тураһында доға ҡылған Руслан Сөләймән Исландиянан сәләмдәр һала.

Бына ошондай хайуандар арҡаһында күп кенә бер ҡатлы ҡан ҡәрҙәштәребеҙ әлеге көндә законды боҙоу өсөн хөкөмгә тапшырыласаҡ.

Шулай, шаштырыусылар Лос-Анджелеста, Исландияла, Төркиәлә, Литвала...

Шул уҡ ваҡытта адвокаттарға аҡса йыйыу буйынса яңы "сборҙар" асыла башланы...

3 months, 3 weeks ago

Баш ҡаланың юбилейы уңайынан ғәмәлгә ашырылған төп проекттарҙың мөһимлеге һәм ҡиммәте һис шикһеҙ: Көрәш һарайы, Гребной канал, яңыртылған Ҡурсаҡ театры, Көнсығыш сығыу юлы, Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге һәм башҡа бик күп ҡала объекттары, иҫтәлекле урындары.

Ошо проекттарға ҙур федераль һәм төбәк бүленгән аҡса күләмен тикшереүҙән тыш уларҙың әһәмиәтен кәметеп ҡарау өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ.

Шуға күрә беҙ ҡунаҡҡа килгән артистарҙың гонорарын, репертуарын һәм кейемен баһалау, "өфөләрҙең" юбилейға ҡарата төрлө негатив комментарийҙары, тротуар плиткаһы һәм асфальт етешһеҙлектәре, ниндәйҙер сүп-сар, неадекваттар тураһында төрлө ракурстарҙа  контент күрербеҙ.

Шулай, беҙҙең менән бер ҡалала йәшәһәләр ҙә, бәғзе иптәштәр Өфөнөң тиҫкәре яғын сығарырға һәм барыһына ла күрһәтергә тырышасаҡ.

М.Ғ. Рәхимов ҡасандыр ошондай кешеләр тураһында былай тигәйне: "Әгәр бер ниндәй эштәре булмаһа, тиҙәктә соҡона башлайҙар".

We recommend to visit

Пресеты Лайтрум, Обработка фото
👉🏼 @dandemon

Сотрудничество/реклама - https://t.me/+t4j0Hw05gmQxMTEy

Last updated 2 weeks, 2 days ago

ҚР ҒЖБМ Ұлттық тестілеу орталығы

Last updated 2 months, 1 week ago

3000 голды тут - https://linkwin.ru/stream/katk6338

Last updated 1 year, 1 month ago