📩 [email protected] +7 (919) 779-11-98 Кирилл Сёмин
Мой Rutube-канал:
https://rutube.ru/channel/31539567/
Регистрация канала: https://clck.ru/3Fk3Gn
Last updated 4 months ago
По рекламе / сотрудничеству:
[email protected]
@exs_ad/ t.me/ExSCompany
№ 5040038424
Last updated 4 months, 1 week ago
Бөгөндән Рәсәй балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты.
Административ кодексҡа төҙәтмәләр көсөнә инде. Дума спикеры Вячеслав Володин белдереүенсә, 11 йәштән 17 йәшкә тиклем үҫмерҙәрҙең фекерен белешкәндәр. Уларҙың 70 проценты тәмәке һатып алғанда бер ниндәй ҙә документ күрһәтмәүе тураһында белдергән.
Шуға хәҙер яза ҡәтғиләште, балаларға тәмәке һатыусылар өсөн иң юғары штраф 2 миллион һумға еткерелде.
✅ Бына бөгөн иртән уяндығыҙ һәм... ер йөҙөндә тыныслыҡ! Ауырыуҙар шәбәйгән! Яңғыҙҙар йәрен тапҡан! Балалар иҫән! Ғаиләгеҙ имен! Күңелегеҙ бөтөн! Аҡсағыҙ ни теләйһегеҙ - шуға етә!
✅ Шундай көн булыр, дуҫтар!
Хәйерле иртә!
Барығыҙ ҙа бәхетле булығыҙ!
Оператив кәңәшмәлә әйтелгән төп яңылаҡтар:
✅ Радий Хәбиров беренсе курс студенттары өсөн киң күләмле фестиваль иғлан итте, ул Өфөлә Көрәш һарайында үтәсәк.
✅ Өфө аэропорты «Рәсәйҙең һауа шлюзы» милли наградаһын «Йылына 2 миллиондан 6 миллионға тиклем пассажирҙар ташыған иң яҡшы аэропорт» номинацияһында яулай.
✅ Һуңғы аҙнала республикала 38 коммуналь авария булды – барыһы ла ваҡытында бөтөрөлдө.
✅ Баймаҡ районының Урғаза ауылында 200 миллион һумға ҙур социаль-мәҙәни үҙәк асыла. Ауыл халҡы Радий Хәбировтың районға һуңғы эш сәфәре барышында үҙәк төҙөүҙәрен һораған.
✅ Һыу менән тәьмин итеү системаһының һәм Сибай — Урғаҙа — Аҡъяр юлы капиталь төҙөлөшө башланды.
✅ Путин ҡушыуы Өфөлә федераль аҡсаға еңел атлетика аренаһы һәм олимпия резерв мәктәбе төҙөләсәк. Арена проекты 1 июлгә тиклем әҙерләнә.
✅ Быйыл Башҡортостандың М-7 һәм Р-240 автомагистралдәре тулыһынса телефон элемтә менән тәьмин ителә. Әле улар 97 процент. 33 LTE база станцияһы төҙөү көтөлә: М-12 трассаһында — 21, М7 Волга участкаһында — 12 станция. Шулай уҡ Р-240 "Өфө - Ырымбур" трассаһында дүрт яңы элемтә бағанаһы.
✅ Радий Хәбиров электромобильдәр өсөн зарядка станцияларында ҡар таҙартыуҙы контролдә тоторға ҡушты. Бөгөн Башҡортостанда 150 станцияһы бар, шуларҙың 70-е "тиҙ" форматында.
✅ Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы уҙған аҙнала Белоруссия менән хеҙмәттәшлек тураһында бик күп килешеүҙәр төҙөнө. Мәҫәлән:
✅ 3 марттан Өфөнән Минскиға икенсе тура рейс башҡарыласаҡ.
✅ Башҡортостанда Белоруссияның Генераль консуллығы барлыҡҡа килә.
✅ Башҡортостанда Белоруссия менән берлектә троллейбустар етештереү асыласаҡ — улар Минск маз һәм Өфө трамвай-троллейбус заводының хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү тураһында килешә. Ул Өфөләге Алга-СЕЗ территорияһында урынлаша, был йыл һайын 400-500 троллейбус етештереү мөмкинлеген бирә.
✅ Башҡортостандың СНТ-ларында 15 мең йортҡа газ алып барыла — 423 баҡса берекмәһендә газ үткәргес торбалар һалырға мөмкин.
✅ Былтыр Башҡортостанда 10 мең йортҡа газ үткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың торлаҡтары тәү сиратта.
✅ Башҡортостанда 2023 һәм 2024 йылдарҙа тауыш биреү юлы менән һайлап алынған 86 ауыл 2025 йылда тиҙ йөрөшлө интернет ала. 2030 йылға интернетҡа инеү мөмкинлеге булған йорт хужалыҡтары һанын 97 процентҡа (әле 89,8 %) еткереү пландары бар.
✅ Шулай уҡ быйыл республиканың 441 мәктәбендә IT-инфраструктура яңыртыла.
✅ Башҡортостанда һәр өсөнсө бала күп балалы ғаиләлә тыуа. Республика яңы өлгөлө күп балалы ғаиләләрҙең танытмаларын бирә башланы.
https://kungak.ru/articles/i-tisad/2024-09-09/shulay-esht-r-bara-bara-ni-eshl-r-3922563
kungak.ru
Шулай эштәр, бара бара ни эшләр?
📩 [email protected] +7 (919) 779-11-98 Кирилл Сёмин
Мой Rutube-канал:
https://rutube.ru/channel/31539567/
Регистрация канала: https://clck.ru/3Fk3Gn
Last updated 4 months ago
По рекламе / сотрудничеству:
[email protected]
@exs_ad/ t.me/ExSCompany
№ 5040038424
Last updated 4 months, 1 week ago