Dive into the Ultimate Free Library: Your One-Stop Hub for Entertainment!

ЮЛДАШ радиоһы

Description
Advertising
We recommend to visit

Падзяліцца інфармацыяй: @nn_editor

Заданаціць нам можна тут: patreon.com/nashaniva

Глядзіце кожны дзень ВІДЭАнавіны тут: youtube.com/@NashaNivaNews

Last updated 2 Tage, 16 Stunden her

Сувязь з рэдакцыяй — @SvabodaBelarus

Даслаць навіну ў Signal можна па нумары +37068643669

Last updated 1 Monat, 3 Wochen her

Открытая RSS лента новостей

Last updated 5 Monate, 3 Wochen her

6 days, 17 hours ago
**Өфө илебеҙҙең китап баш ҡалаһы.**

Өфө илебеҙҙең китап баш ҡалаһы.

"Китап-байрамы" бөгөн тамамлана. Өлгөрөп ҡалығыҙ!

📚 Аҡыллы булыр өсөн 10 китап уҡыу ҙа етә, әммә шул 10 китапты табыр өсөн меңәрләгәнде уҡып сығыр кәрәк.

📚 Тиндәрҙән һумдар йыйылған кеүек, уҡыған һайын белем туплана.

📚 Китап һәр ваҡыт фильмдан яҡшыраҡ булып ҡаласаҡ, сөнки китап уҡығанда хыялдарға, күҙ алдына килтереүгә сикләү юҡ.

📚 Китап - ышаныслы дуҫ. Улар ғәҙәттә өнһөҙ, әммә кәрәк мәлдә һеҙҙең алда тотош донъяны асып һала.

6 days, 18 hours ago
**Тәүге һабантуй!**

Тәүге һабантуй!

Заманалар ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ элек-электән ер кешеһенең, икмәк үҫтереүсенең эшен баһаларға онотмаған. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу хөрмәтенә һабантуй ойоштороп, хеҙмәт алдынғыларына рәхмәт әйтеү, бүләкләү йолаһы әле лә һаҡланған.

Бөгөн республикабыҙҙа һабантуйҙар башланды. Әбйәлилдәр бөгөн мәртәбәле ҡунаҡтар менән бергә баҫыу батырҙарына, игенселәргә дан йырлай.

Хеҙмәт байрамы мөбәрәк булһын!

1 week ago
2 weeks, 1 day ago

🍃 "Үәт шәп кис" проекты егеттәре һеҙгә матур ялдар теләй.

Салауат, Илнур һәм Венер бик тырышты, уларға ❤️ йәлләмәгеҙ.

Популяр йырҙың башҡортса вариантын яңғыратыусы Ян Лираға ла афарин, эйеме?

2 weeks, 1 day ago

Өфөлә Дим шоссеһы ремонтлана.

Эштәр иртәгә башлана. Иҫке асфальт алмаштырыла. Ремонт ваҡытында машиналар йөрөшө сикләнә.

2 weeks, 1 day ago
ЮЛДАШ радиоһы
3 weeks, 1 day ago
**“Ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала”.**

“Ете ҡалҡыулыҡтағы ҡала”.

М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың тифлонәшриәт бүлегендә Өфө ҡалаһы тураһында китап донъя күрҙе. Ул насар күреүселәр өсөн ҙур һәм һуҡырҙар өсөн Брайль шрифты менән баҫылған.

Әле китап техник эшкәртеү үтә һәм яҡын арала ул республика ҡалаларында махсус китапхана филиалдарына таратыла.

3 weeks, 1 day ago
**Ҡала-яны поездары байрамса биҙәлгән.**

Ҡала-яны поездары байрамса биҙәлгән.

Был көндәрҙә ошондай составтар йөрөй. Фотоһүрәт менән тыңлаусыларыбыҙ уртаҡлаша.

3 weeks, 1 day ago
**Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осраҡтары арта.**

Башҡортостанда талпан ҡаҙалыу осраҡтары арта.

Медицина учрежденияларына меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән, зыян күргәндәрҙең һәр өсөснсөһө балалар, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән.

4 weeks, 1 day ago

“Салауат Юлаев” хоккей клубы өс уйынсы менән килешеүҙәрҙе оҙайтты.

Һөжүмселәр Данил Алалыкин, Артем Пименов һәм Владислав Ефремов тағы ике йылға Өфөлә ҡала. Уҙған миҙгелдә бөтә хоккейсылар һөҙөмтәле уйын күрһәтте һәм күп мәрәйҙәр йыйыуға өлгәште.

We recommend to visit

Падзяліцца інфармацыяй: @nn_editor

Заданаціць нам можна тут: patreon.com/nashaniva

Глядзіце кожны дзень ВІДЭАнавіны тут: youtube.com/@NashaNivaNews

Last updated 2 Tage, 16 Stunden her

Сувязь з рэдакцыяй — @SvabodaBelarus

Даслаць навіну ў Signal можна па нумары +37068643669

Last updated 1 Monat, 3 Wochen her

Открытая RSS лента новостей

Last updated 5 Monate, 3 Wochen her